Кисә, 9 апрелдә, Балтас районында Башҡорт тарихы йылы һәм "Шәжәрә" Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә Танып ырыуы йыйыны үтте. Балалар өсөн дә саралар ойошторолдо.
Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә "Тамыр" республика балалар-үҫмерҙәр телеканалы улар өсөн бай программа - башҡорт телендә "Нурбостан" йәнһүрәтен ҡарау, төрлө уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр отоу, профессиональ фотосессия ойошторҙо.
Шулай уҡ Альбина Ғәлләмова, Амалия Ғәйниәхметова, Аделина Хәйруллина, Данияр һәм Йәрәмил Исламовтар, Дениза Харисова, Булат Хәсанов, Самира Ғәлиева, Айһылыу Саҙретдинова, Ләлә Шәйбәковалар үҙҙәренең шәжәрәләре менән таныштырҙы.