Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
10 Апрель 2021, 06:00

Ҡатын-ҡыҙ бәхете ниндәй була?

Борайҙа “Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы” тип аталған сара уҙҙы

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы” республика проекты Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәй Президенты гранттары конкурсында еңеп, граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн тәғәйенләнә. Проекттың Борайҙа уҙғаны 13-сө тип иҫәпләнә.
Был көндө төрлө өлкәләрҙә эшләүсе төрлө йәштәге гүзәл заттар өсөн район Мәҙәниәт йортонда оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, республиканың әйҙәүсе табиптары консультациялары, күргәҙмәләр, лекциялар ойошторолдо.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы” асыҡ академияһын республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова асты:
— Хәйерле көн, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Мин бөгөн һеҙҙең менән булыуыма бик шат. Был сара бер йыл элек үтергә тейеш ине, әммә пандемия уның ваҡытын кисектерҙе. Бөгөн һеҙҙең янға табиптар, төрлө өлкәләрҙән белгестәр килде. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ, яуапһыҙ ҡайтмағыҙ. Барығыҙға ла яҡшы, һөҙөмтәле көн теләйем! — тине ул.
Каринэ Владимировна сығышынан һуң, район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев ошо проекттың ни дәрәжәлә мөһим, ҡатын-ҡыҙҙар һәм кескәйҙәр өсөн кәрәкле булыуын билдәләне.
Мәҙәниәт йорто был көндө гөрләп торҙо. Бүлмәләрҙә балалар табиптары: невролог, эндокринолог, травматолог-ортопед, акушер-гинеколог көн буйы кескәй пациенттарҙы ҡабул итте. 43 ҡатын-ҡыҙ маммография тикшеренеүен үтте. Балаларын етәкләп табиптан сыҡҡан һәр әсәнең күҙендә рәхмәт хистәре сағыла ине.
Физик сәләмәтлек тураһында ҡайғыртыуҙан тыш, сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең психик хәлен дә хәстәрләй алды. “Ғаилә” Төньяҡ төбәк үҙәге психологтары һәм ғаилә медиаторҙары барлыҡ теләүселәр өсөн консультациялар ойошторҙо. Балалар тәрбиәләү, балалар-әсә һәм ғаилә мөнәсәбәттәре һәм башҡа күп кенә мәсьәләләр тураһында сараға килеүселәр ғаилә хеҙмәте белгестәре менән фекер алышты. Консультацияларҙа 25 ҡатын-ҡыҙ булды.
Район Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре менән “Ҡатын-ҡыҙ — мөхәббәт һәм илһам сығанағы” тип аталған тулы бер ижади майҙансыҡ йәйелдерелде.

Косметолог Елена Санникова өй шарттарында битте нисек тәрбиәләү тураһында, сәстәр буйынса визажист һәм стилист Айгөл Әхмәтшина көндөҙгө экспресс йәки киске макияж яһау буйынса серҙәре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ ете майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Уларҙа мосолманса яулыҡ бәйләү, макияж яһау, витраж, акрил буяуҙар менән тәрилкә биҙәү, сигеү, флористика, баҡсалағы яҙғы эштәр һәм башҡаларҙы күрергә, ҡатнашырға мөмкин ине. Атайҙар советы тарафынан ойошторолған робот техникаһы күргәҙмәһе, чеканка һәм гипс, ағас менән эшләү оҫталыҡ дәрестәре лә сараға килеүселәрҙе күпләп йыйҙы.
Барлыҡ теләүселәр өсөн район Мәҙәниәт йортоноң тамаша залында лекциялар ойошторолдо. Республика клиник перинаталь үҙәгенең табип-гинекологы Динар Ғабдрахманов ҡайһы йәштә лә ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында һөйләне. Психолог Ольга Денисенко ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға булышты. Социология фәндәре кандидаты, юрисконсульт Елена Захарина эшҡыуарлыҡта беренсе аҙымдарын яһаусы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бизнесты алып барыу нигеҙҙәрен асты.
Район йәмәғәт ойошмалары — ҡатын-ҡыҙҙар советы, атайҙар советы, ветерандар советы сарала әүҙем ҡатнашты.
Шулай уҡ Каринэ Хәбирова Шабай ауылындағы балалар йортонда ла булды. Унда ул тәрбиәләнеүселәр менән осрашты һәм уларға бүләктәрен тапшырҙы.
Эйе, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы” проекты ысынлап гүзәл заттарҙы бәхетле итә. Был көндө район Мәҙәниәт йортонан сыҡҡан һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен матур, сәләмәт, бәхетле итеп тойғандыр.
Венера Арысланова.
Борай районы.
Читайте нас