Сараның тантаналы өлөшө Танып ырыуы тарихына бәйле театрлаштырылған тамашанан башланды.
Шундай юғары рухлы, илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған мөхиттә сараның фәнни-ғәмәли өлөшө башланды. Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев мәртәбәле ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, бөгөнгө йыйындың оло әһәмиәтен билдәләне.
« Бөгөн Балтас ерлегендә шундай мәртәбәле йыйын үтеүенә беҙ шатбыҙ, сөнки бындай саралар тыуған ерҙе, тамырҙарҙы өйрәнеүгә ҙур этәргес бирә. Бары тик үҙ халҡының тарихын төптән белгән кешенең генә киләсәге бар. Ошо киләсәк матур һәм яҡты булһын өсөн беҙ үҙебеҙҙең үткәнебеҙҙе мотлаҡ белергә, төплөрәк өйрәнергә һәм белгәндәребеҙҙе йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ», — тине район етәксеһе.
Артабан баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар, тарихсылар, телселәр, Балтас, Асҡын, Ҡариҙел, Тәтешле райондарынан килгән тыуған яҡты өйрәнеүселәр сығыш яһаны.