Бөгөн Балтас районында үткән Танып ырыуы йыйыны сиктәрендә бик бай күргәҙмә ойошторолғайны. Асҡын, Ҡариҙел, Тәтешле, Балтас райондарында ғүмер итеүсе таныптар үҙ нәҫелдәре, танылған шәхестәре, тарихты тергеҙеү һәм өйрәнеү буйынса башҡарған эштәре, кәсептәре, аш-һыуҙары, милли кейемдәре тураһында йыйын делегаттары һәм ҡунаҡтарына ғорурланып һөйләне.
Асҡын районының Һыу-Танып (Ҡарткиҫәк ауылы) һәм Ҡыр-Танып (Иҫке Ҡаҙансы ауылы) ырыуы вәкилдәре ҡунаҡтарҙы сәк-сәк, йыр-моң, буҙа, шиғри тәбрикләүҙәр менән ҡаршы алып, бик матур, лайыҡлы сығыш яһаны.
Күргәҙмәлә ниҙәр генә юҡ ине: нәҫел тамырҙарын барлап төҙөгән шәжәрәләрҙән алып, тегелгән, һуғылған, сигелгән, бәйләнгән, үрелгән әйберҙәр, милли кейемдәр (хатта 200 йыллыҡ күлдәк менән камзул да бар), аш-һыу, үлән сәйҙәре, буҙа ... Ҡарткиҫәктән Азат һәм Илдар Мулләхмәтовтар алып килгән умартасылыҡ продукцияһы менән дә ҡыҙыҡһыныусылар күп булды. Ә милли кейемдәрҙәге мәргән уҡсыларыбыҙ һәр ваҡыттағыса сараға йәм өҫтәне, йән өрҙө. Афарин, асҡындар!