Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
8 Апрель 2021, 06:54

Ташламалы хаҡҡа яҙылдылар

Ҡариҙел районы Урғыш мәктәбе уҡытыусылары ун көнлөк сиктәрендә “Йәнтөйәк”кә яҙылды.

Урғыш мәктәбенең башҡорт теле һәм география уҡытыусыһы Дилира Сәләхетдин ҡыҙы Саҙырова менән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Вәрисә Ғәҙелша ҡыҙы Шакирова “Йәнтөйәк”кә яҙылды.
Белеүебеҙсә, Урғыш мәктәбе уҡыусылары башҡорт теле буйынса үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Әлбиттә, был ҡаҙаныштарҙа тәжрибәле уҡытыусыларҙың өлөшө ҙур.
Белем усағында шиғыр кисәләре, тыуған ер, Башҡортостанға бағышланған төрлө кластан тыш саралар үткәрелеп тора. Балалар гәзит-журналдарға таянып, шәжәрәләр төҙөп, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә.
Уңыштары өсөн улар бик күп Мактау ҡағыҙҙары, дипломдар менән бүләкләнгән.
Люция Карамова.
Азат Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас