Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
7 Апрель 2021, 11:35

Сәләмәтлеккә арналған фәһемле сара үтте

Бөгөн Көнгәк ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Вадим Ғөбәйҙуллин менән берлектә Сәләмәтлек көнөнә арналған сара ойоштора

Сара “Хәрәкәт — ул йәшәү” тип атала һәм унда 5-се-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары ҡатнаша. Сәләмәтлек сәғәтен бергәләп гимнастика эшләүҙән башлайҙар. Артабан балалар “Күңелле старттар”ҙа етеҙлектә, зирәклектә ярыша һәм Сәләмәтлек иленә сәйәхәт ҡыла. Унда һаулыҡ һаҡлау тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрәләр, “Файҙалы-файҙаһыҙ” уйынын уйнайҙар, сәләмәт йәшәү рәүеше, эске көсөргәнештән нисек ҡотолорға кәрәклеге тураһында һөйләшәләр.
Сара бер тында үтеп, балаларға өсөн бик фәһемле үтә, яҡшы кәйеф бүләк итә.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар Көнгәк ауыл китапханаһы сәхифәһенән алынды.
Читайте нас