Ни генә тиһәң дә ғаилә усағын ҡатын-ҡыҙ һүндермәй һаҡлай. Миләүшә Әлтәф ҡыҙының уңғанлығы ихатанан уҡ күренеп тора. Йүнсел ҡатындың тормошо ла матур, рухы ла бай, йорт-ҡураһы ла тирә-йүнгә нур сәсеп тора. Уңған хужабикә малын да ҡарай, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Баҡсаһында төрлө еләк-емеш үҫтерә.
Ҡунаҡсыл ханым аш-һыуға ла бик оҫта. Иртә яҙҙан төрлөһөнән үҫентеләр ултырта, үҙе лә матур гөлдәр, сәскәләр ярата, теплица өсөн помидор, борос, ҡыяр сәскән. Миләүшә Әлтәф ҡыҙы үҙе үҫтергән үҫентеләрҙе туғандарына, дуҫтарына, ауылдаштарына ла тарата. Өй эштәре тормошоноң күп өлөшөн биләһә лә, ул сибәр һәм йомшаҡ күңелле булып ҡала белә. Бер генә лә ваҡытын бушҡа уҙҙырмай, бәйләм бәйләй, картиналар төшөрә, гәзит-җурналдар уҡырға ла өлгөрә.