Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
6 Апрель 2021, 09:00

Афарин, солтанбәктәр!

Солтанбәк мәктәбе коллективы һәр ваҡыттағыса матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк сиктәрендә беренселәрҙән булып район гәзиттәренә яҙылды.

Солтанбәктәр һәр ваҡыт рухлы, әүҙем, егәрле булыуҙары менән айырылып торҙо. Районыбыҙҙа иғлан ителгән акцияларҙы, һәр төрлө изге башланғыстарҙы һә тигәнсе күтәреп алып, бергәләп тормошҡа ашырҙылар.
Солтанбәк мәктәбе коллективы бына инде күп йылдар дауамында матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә беренселәрҙән булып район гәзиттәренә яҙыла. Был юлы ла улар һынатманы. Мәктәп директоры Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы Фәрәхова етәкселегендә уҡытыусылар 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына берҙәм булып яҙылып ҡуйҙы. Тырыш коллективҡа район гәзиттәре менән дуҫлыҡ ептәрен өҙмәгән өсөн рәхмәт белдереп, киләсәктә лә шулай рухлы, әүҙем, йәнтөйәктәренең ысын патриоттары булып, илһамланып эшләп, ҙур уңыштарға ирешеүҙәрен теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас