Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
5 Апрель 2021, 05:11

“Йәнтөйәк”кә яҙылып та ҡуйҙылар

Ҡариҙел районы Комсомол ауылында матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә “Йәнтөйәк”тең дуҫтары артты.

Бөгөн, 5 апрелдә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды. Ул 15 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Редакция һәм почта хеҙмәткәрҙәре өсөн был ҡыҙыу осор. Ошо ваҡытта “Йәнтөйәк” гәзитенә лә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға була.
Ун көнлөк сиктәрендә беҙ Комсомол почта бүлегенә барҙыҡ. Бирелә Фәнисә Булычева — начальник, уның менән почтальон Рита Ибраһимова эшләй.
Даими яҙылыусыларыбыҙҙы күреү беҙгә һәр саҡ ҡыуаныслы. Нәфисә Зачиняеваны, Миләүшә Мостафинаны, Миләүшә Дубровинаны, Мәнзиә Зәйнуллинаны, Флүзә Шәйхинурованы, Вәсимә Исламғәлиеваны бирелә өлгө итеп алырға була. Үҙҙәре әйтеүенсә, “Йәнтөйәк” гәзите ярҙамында улар алты райондағы яңылыҡтарҙы һәр саҡ күҙәтеп бара. Ун көнлөктән файҙаланып, был телһөйәр апайҙар 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ла “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып ҡуйҙы.
  • Гәзиттең әһәмиәте ҙур. Мин үҙемә файҙалы һәм кәрәкле күп мәғлүмәт табам. Редакция хеҙмәткәрҙәренә уңыштар теләйем, — ти был апайҙар.
  • — “Йәнтөйәк”те бик тә яратам, ваҡытында үҙем дә 14 йыл почтальон булып эшләнем. Ундағы мәҡәләләр ҙә оҡшай, баҫманы башынан аҙағына тиклем уҡып сығам, — тип фекере менән уртаҡлашты Вәсимә Исламғәлиева.
    Һәр ваҡыттағыса, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына балалар баҡсаһы коллективы ла ҡушылды: улар коллектив менән “Йәнтөйәк”кә яҙылды.
    — Әлбиттә, беҙ интернет заманында йәшәйбеҙ, барлыҡ яңылыҡтар хәҙер унда. Шулай ҙа гәзитте ҡулға алып уҡыуҙы интернет менән сағыштырып булмай. Балалар баҡсаларынан педагог-хеҙмәттәштәребеҙ хаҡында яҙылған мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ, - ти улар.
    Люция Карамова.
    Азат Рәмәтуллин фотолары.
    Читайте нас