Өфөлә ВДНХ ЭКСПО күргәҙмә комплексында ойошторолған 31-се “Агрокомплекс” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһендә Мишкә районы Ҡорманай ауылынан эшҡыуар Виктория Хәжиева бай продукцияһын тәҡдим итте. Юғары профессионализм һәм күргәҙмә продукцияһының актуаллеге өсөн ул диплом менән бүләкләнде. Күргәҙмә барышында Виктория Хәжиева тәҡдим иткән продукцияның сифатын Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Максим Увайдов юғары баһаланы.