Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
1 Апрель 2021, 11:09

Һөйөнсө!

“Асҡын башҡорттары фольклоры” йыйынтығы донъя күрҙе. Автор-төҙөүселәре: филология фәндәре кандидаттары В.В.Ғәниев, Ғ.Ғ.Ғәниева, Г.Н.Ҡасҡынова.

“Асҡын башҡорттары фольклоры” ( 2007 йылғы фольклор-диалектология экспедицияһы материалдары) йыйынтығы БДУ-ның Бөрө филиалы редакция-нәшер итеү советы ҡарары менән нәшер ителә.
Рецензенттары: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы Г.Р.Хөсәйенова; БДУ-ның Бөрө филиалы профессоры, филология фәндәре докторы Ә.Ш.Абдуллина. Автор-төҙөүселәре: филология фәндәре кандидаттары В.В.Ғәниев, Ғ.Ғ.Ғәниева, Г.Н.Ҡасҡынова.
Йыйынтыҡта БДУ-ның Бөрө филиалы студенттары һәм уҡытыусылары 2007 йылда Асҡын районында фольклор-диалектология экспедицияһы ваҡытында яҙып алған материалдар тупланған һәм системаға һалынған.
Баҫма гуманитар фәндәр өлкәһендә эшләгән белгестәргә, аспиранттарға, студенттарға, ғөмүмән, башҡорт халыҡ ижадына битараф булмағандарға тәғәйенләнә.
Наилә Имаева.
Читайте нас