Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
1 Апрель 2021, 10:43

Гөл-сәскәгә ғашиҡ

Ҡариҙел районы Абдулла ауылында йәшәүсе Тәкмилә Таһир ҡыҙы Әлетдинова 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына «Йәнтөйәк» район-ара гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы.#Матбуғат2021

Абдулла ауылында йәшәүсе Тәкмилә Таһир ҡыҙы Әлетдинованың уҙ ҡулдары менән тыуҙырған был матурлыҡты күргәс сикһеҙ ҡыуандыҡ.
Тәкмилә Таһир ҡыҙы үҙен тәбиғәт балаһы, ти. Йөрәге моңло, күңеле йырлы уның. Бихисап шиғырҙар яҙған Тәкмилә апай ҡул эштәре оҫтаһы булыуы менән күптәрҙе һөйөндөрә. Ундайҙар хаҡында ҡулдарынан гөл тама, тиҙәр.
Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, уның йорто ла әллә ҡайҙан ауылға йәм биреп тора.
Йөҙөнән һәр ваҡыт иман нуры балҡып тороусы, һәр эшкә өлгөр уңған хужабикә донъяһын бер үҙе көтә. Тәкмилә Таһир ҡыҙы гөлдәр, сәскәләр үҫтерергә, баҡса эшен ярата, аш-һыуға оҫта.
Люция Карамова.
Автор фотолары.
Читайте нас