Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
31 Март 2021, 10:47

Ҡыйғаҙы ауылы тарихынан.

Боронғоларҙың әйтеүе һәм тарихсыларҙың ҡәберлектәрҙе тикшереү һөҙөмтәһендә беҙҙең тыуған ауылыбыҙ Ҡыйғаҙы бынан 300 йылдар самаһы элек барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнелә.

Беренсе булып ҡайҙандыр крепостной башҡорт егете- Ҡыдай килеп ултырған. Ләкин ауыл әлеге урында түгел. Ҡыйғаҙыбаш күле тирәһендә булған. Был урында күл һәм шишмә булған.Шишмә ҡороғас, хәҙерге Шишмәбай тирәһенә күсеп ултырғандар тип фаразлай боронғолар. Йылдар үткән һайын ауыл ҙурайған һәм йылға буйлап түбәнгә һуҙылған. Әлеге ауыл Советы йәнәшәһендә боронғоларҙың зыяраты булған. Әле күптән түгел, тикшеренеүҙәр ваҡытында ҙур таштар торғоҙола, тик ташҡа уйып яҙылған яҙмаларҙы бер кем дә уҡый алмай.
Халыҡ йылдан – йыл арта барған, ауылда ҙур ер биләүсе, күп мал-тыуар тотоусы байҙар барлыҡҡа килгән. Дин башлыҡтары, мулла- мәзиндәр ҙә байып киткән, халыҡты ҡыҫыу, иҙеү башланған.
Бөйөк Октябрь социалистик революцияһынан һуң халыҡ ирек яулап ала. Ауылда 1928 йылда “Бүләк” колхозы төҙөлә. Колхоз төҙөүҙә Рәхмәтулла Хисмәтуллин, Дәүләтгәрәй Сәфиуллин, Ғәйфулла Бәширов, ағалы- энеле Хәмзә һәм Ғосман Ғүмәровтар әүҙем ҡатнаша.Уларҙың ҡайһы берҙәре Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, ә ҡайһы берҙәрен кулактар үлтерә.
Беренсе колхоз рәйесе- Низаметдин Яхин, беренсе партия ячейкаһы секретары- Ғәйфулла Бәширов, ә комсомол секретары Ғосман Ғүмәров була.
1924 йылда мәктәп асыла, беренсе уҡытыусы булып Ҡотдосов ағай эшләй. 1925 йылда ауылда, мәктәп бинаһында, беренсе спектакль ҡуйыла. Уны Иҫке Ҡаҙансынан Әхмәтзыя Әбдиев ойоштора.
1930-1935 йылдарҙа ауылдағы мәсеттән ике ҡатлы мәктәп һалына ( иҫке оҫтахана янында). 1937 йылда ете йыллыҡ мәктәп асыла.Беренсе мәктәп директоры Фазыл Мирғәлиев була.Ошо йылдарҙа беренсе пионер ойошмаһы ойошторола, уҡытыусы Нуридә Нуриәхмәтова пионервожатый була.
Һуғышҡа ҡәҙәр ауыл яҡшы ғына үҫеш ала. Ул ваҡытта уҡ “Бүләк” колхозында ике тәгәрмәсле трактор була. Мәүхетдин Шәйхетдинов бригадир булып эшләй.Ауылда 4 бригада була.Һуғыш башлағанда колхоз рәйесе Фәһимйән Ғәлимйәнов була. Һуғыштан һуң Ғәлихан Хамматов,Таһир Сәҙриев, Кәрим Суфияров, Рәхим Хәсәнов, Ғәфи Сираев, Тәтбир Ғималтдинов һәм Фәғәнәүи Нәртдиновтар рәйес булып эшләй. Ауылыбыҙҙың күп кенә алдынғы кешеләре тырыш хеҙмәттәре өсөн Мәскәүгә халыҡ хужалығы күргәҙмәһенә бара. Улар араһында Шәрифулла Фәрәхетдинов, агроном-Ғәфи Сипаев, бригадир- Мәүлим Мөбәрәев, комбайнсы-Ғиззәт Зиннәтуллинар ҙа була.
Бөйөк Ватан һуғышында ауылыбыҙҙан йөҙҙән артыҡ кеше ҡатнаша. Уларҙың яртыһы ғына иҫән ҡайта, ҡалғандары һуғыш ҡырҙарында һәләк була.
Ул йылдарҙан күп ваҡыт үтте.Ауылыбыҙ хәҙер бөтөнләй үҙгәрҙе. Унда 169 балаға иҫәпләнгән мәктәп, 6 магазин, медпункт,китапхана, мәҙәниәт йорто бар. Ике ҡатлы мәктәп 1995 йылдың сентябрендә асылды.
Хәҙер “Бүләк” колхозы бөтөрөлдө. Уның урынына 2002 йылда 2 ферма хужалығы барлыҡҡа килде. 2004 йылда был хужалыҡтар урынына А.Р.Мөбәрәкшиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторолдо.
Ауылдың халҡы ла үҙгәрә. Бына тигән алдынғы кешеләре үҫеп сыға,кешеләр көндән- көн яҡшыраҡ йәшәргә ынтыла.
Йәнтөйәк гәзите, 24 ноябрь 2004 йыл.
Хәлиҙә Хажиева, тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе.
Читайте нас