Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
31 Март 2021, 05:15

ЛЕГЕНДАЛАР

АСҠЫНРАЙОНЫНЫҢ ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ

АСҠЫНРАЙОНЫНЫҢ ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ
Асҡын районы 1935 йылдың 31 ғинуарында ойошторола. Район үҙәге Асҡын һәм Бөрмә тигән ике йылға һыулай. Ул үҙ исемен Асҡын йылғаһынан алған. Йылғаға исемде ошо төбәктең төп халҡы – башҡорттар биргән булырға тейеш.
Инйәр буйы башҡорттары менән хәҙерге Асҡын районында йәшәгән балыҡсы һәм танып ҡәбиләһе, академик Раил Ғүмәр улы Кузеев фекеренсә, ҡасандыр Инйәр буйы ҡумырыҡ табын, кәлсер табын башҡорттарынан айырылып, ошо төбәккә килеп нығына. Кузеев фаразын раҫлаған кеүек, яңы урында ла, башҡорттар элекке йәшәгән урынға ла ер-һыу атамаһын уҙҙәре менән бергә алып килә һәм Бөрмә йылғаһының һул ҡушылдығына ла Асҡын тип исем бирә. Архангель районындағы Асҡын менән Асҡын районындағы Асҡын йылғаһының сығышы бер төрлө аңлатыла. Асҡын йылғаһы үҙ исемен Аҡҫын тигән изге таш исеменән ала. Аҡҫын «изге һын» тигән мәғәнәне аңлата. Йылға исеме буйынса шул йылғаны һыулаған ауыл да ошо исемде йөрөтә башлай. Асҡын районында ла ошо хәл ҡабатлана.
Асҡын ауылы эргәһендә «Өс ҡайын» тигән урын бар. Аҡһаҡалдар һөйләүенсә, элек был урында өс ҡайын үҫкән булған. Был урындың исеме шунан килеп сыҡҡан. Хәҙер инде был урын урманға әйлэнеп киткән, шуға ҡарамаҫтан, был ер элекке исемен юғалтмаған.

«Ҡарткиҫәк ауылы» легендаһы

Асҡын районында Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡарткиҫәк исемле ике ауыл бар.
Телебеҙ һәм илебеҙ тарихын өйрәнеүселәргә ошо ауыллың тарихы ла, исеме лә ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр бирә.
Ауыл халҡы Ҡарткиҫәк тарихы тураһында түбәндәге риүәйәтте һөйләй:
«Был ауыл төҙөлгәнгә өс йөҙ йылдар самаһы ваҡыт барҙыр. Ауыл урынында элек мариҙар ултырған булған. Бер ваҡыт Ҡарткиҫәк тигән бабай үҙенең 9 улы менән ошо яҡтарға килеп сыҡҡан. Улар Асҡын йылғаһы буйын
оҡшатҡан һәм ауыл төҙөп ебәргән. Аҙаҡтан Ҡарткиҫәк ауылына нәҫелдәре лә күсеп килгән. Ҡарткиҫәк бабай улдары йылғаның бер яғында өй һалған, һуңғараҡ килгәндәр йылғаның икенсе ярында урынлашҡан. Ҡарткиҫәктең улдары йәшәгән яҡты «Иҫке ауыл» тип йөрөткәндәр.
Ҡарткиҫәкте Кубияз олоҫона старшина итеп һайлағандан һуң, ул Кубиязға йәшәргә күсә, ә улдары атаһының ауылында ҡала».
Халыҡ араһында киң таралған легенда-риүәйәттәрҙә Ҡарткиҫәк атамаһы шул ауылға нигеҙ һалған кешенең исеменән алынған булырға тейеш тип әйтелә. Ҡайһы бер информаторҙар ауыл исемен икенсе төрлөрәк аңлата, һуңғыһы буйынса «киҫәк» һүҙе «өлөш», «бүлек» тигәнде белдерә. Сөнки йылғаның бер яғы ауылға нигеҙ һалған «Ҡарттың бүлкәһе, пайы, ере, өлөшө» тигәнде белдерә.
Был ауыл исеме, ысынлап та, ҡарт һәм киҫәк тигән һүҙҙәрҙән тора. Ҡарт һүҙе «бабай», «өлкән кеше», мәғәнәлә ҡулланылған булырға тейеш.

«Кәмәлекүл» легендаһы

Ҡарткиҫәк ауылы янындағы бер бәләкәй күлде Кәмәлекүл тип атап йөрөтәләр.Элек был күл эсендә кәмәгә ошаған бер бүрәнә йөҙөп йөрөгән. Шуға ауыл халҡы күлде Кәмәле тип атаған.

«Яҡтыкүл«» легендаһы

Был ауылдан 10 километр тирәһендә Яҡтыкүл тигән бик матур күл бар. Әлфиә Ҡасим ҡыҙы һөйләүенсә, был күл тирәһендә элек бәләкәй генә бер ауыл булған. Был күл бик тәрән түгел. Элегерәк уның төбө күренеп торған. Шуның өсөн уны Яктыкүл тип атағандар.

«Ҡашҡа (Сиреүбаш) ауылы» легендаһы

Ҡашҡа һүҙенең хәҙерге башҡорт телендә ҡулланылған мәғәнәһен асыҡлау кәрәк булыр, сөнки был һүҙ яңғыҙлыҡ исем булып бик һирәк ҡулланыла.
Етмәһә, уны һүҙбәйләнештәрҙә генә осратырға мөмкин. Мәҫәлән, «Алланың ҡашҡа тәкәһе булдыңмы әллә?» тигән әйтем бар. Бында ҡашҡа һүҙе һайланған, башҡаларҙан айырылып торған тәкә (образлы рәүештә кеше) тураһында һүҙ бара. Ҡашҡа һүҙе башҡорт телендә күберәк мал (ат, кәзә) исемдәрендә (икенсе төрлө зоонимияла) ҡулланыла. 1953 йылда Мәскәүҙә «Русский язык» нәшриәтендә баҫылған «Башҡорт теленең һүҙлеге» тип аталған аңлатмалы һүҙлектә ҡашҡа һүҙенә «хайуандарҙың маңлай уртаһындағы аҡ тап» тип аңлатма бирелгән. Миҫал итеп ерән ҡашҡа, ҡашҡаһы бар, ҡашҡаһы ҙур, ҡашҡа ат, ҡашҡа тәкә тигән һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр килтерелгән. Ошоларҙан башҡа башҡорт халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғол «Башҡорт ҡашҡалары», БДУ профессоры Әнүәр Әсфәндиәров та шундай уҡ исемле мәҡәлә яҙғайны. Ҡашҡа һүҙе был әҫәрҙәрҙә «батыр» мәғәнәһен йөрөткән һүҙ булып тора.
Ҡашҡа ауылы тураһында бик ҡыҙыҡ исемле Ыйыҡташ тауы бар. Бындай исемле тау башҡа урындарҙа бөтөнләй осрамай. Был боронғо төрки телендә әүҙем ҡулланылған ызыҡ, йәғни «изге» тигән һүҙҙән яһалған тау.
Тимәк, боронғо ата-бабалар был тауҙы изге урын тип иҫәпләгәндәр. Быны белеү ҙә әһәмиәтле. Нимәһе менән ул изге, ни өсөн уны Ыйыҡташ тип атағандар — уны белеү, өйрәнеү насармы ни? Ә Султанбекташ соҡорона йыл һайын экскурсия яһауҙың файҙанан башҡа, аң-зиһенде арттырыуҙан башҡа зыяны юҡ.
Үрҙә әйтеп үткән Ыйыҡташты Ҡашҡалар тағы ла Ханҡала, йәғни Ханйорто тип йөрөтә. Сөнки бик борон унда ошо тирәне Башҡортостан еренә хужа булып торған батыр Ҡашҡа, йәки Хан йәшәгән урын булған. Шул хәл таш исемендә лә һаҡланып ҡалғанын Ҡашҡалар ғына түгел, Башҡортостанда йәшәгән, уҡыған уҡыусыларҙың барыһы ла быны белергә тейеш. Сөнки был
— тарихи дөрөҫлөк. Халыҡ Ханҡала тип юҡҡа ғына был ташҡа исем ҡушмаған. 1967 йылдағы беҙҙең анкетаның 20-се һорауына Ғилемйәнова Тәслимә апай түбәндәгесә яуап биргән: «Юғарыла яҙылған «Ыйыҡташ» хан ҡалаһы, йәки хан йорто булған, сөнки ул таштың да эсе бик иркен бүлмәләрҙән тора.
Ҡашҡа ҡырында «Үлектәр» ере бар. Борон татарҙар менән башҡорттар ер өсөн һуғышып һәләк булған ер исеме ул.

«Әмир ауылы» легендаһы

Ҡашҡа ауылы эргәһендә Әмир ауылы бар. Әмир ауылын революцияға ҡәҙәр Байғуш тип йөрөткәндәр. Байғуш – бай кеше мәғәнәһендә, сөнки ошо ауылда бер генә гаиләнән торған бер генә кеше булған. Ошо бай кешенең ике улы булған: береһе Ҡашҡа, ә кесе улының исеме билдәһеҙ. Был байҙың оло улы өйләнгәс, уны хәҙергә Ҡашҡа ауылына урынлаштырған.

«Йыланлы күл» легендаһы

Әмир ауылы янында бәләкәй генә күл бар. Уны Әмир, Ҡашҡа халҡы «Йыланлы» тип атап йөрөтә. Ололар һөйләүе буйынса был күлдә еландар күп була тоған булған.

«Ҡыйғаҙы ауылы» легендаһы

Асҡын районында Таныпҡа уң яҡтан ҡойған Ҡыйғаҙы тигән йылға бар. Шул йылға буйында ултырған Ҡыйғаҙы тип йөрөтөлгән бик боронғо башҡорт ауылы күренекле башҡорт фольклорсыһы һәм яҙыусыһы Кирәй Мәргәнде башҡорт мәҙәниәтенә биреүе менән билдәле.
Кирәй Мәргән — был олуғ ғалим һәм яҙыусының псевдонимы. Уның тулы исеме Әхнәф Нурый улы Кирәев. Ғилми дәрәжәһе филология фәндәре докторы, профессор, күпкенә йылдар Башҡорт дәүләт университетының әҙәбиәт һәм фольклоркафедраһының мөдире булып эшләне.
Ауыл исеменең нигеҙен тәшкил иткән Ҡыйғаҙы йылғаһының исемен урындағы халыҡ ике төрлө аңлата.. Шулай ҙа бында ҡыҫҡаса әйтеп китергә мөмкин. 1552 йылда Ҡазан ханлығының баш ҡалаһы Ҡазан рустар (Мәскәү) тарафынан баҫып алынғас, Ҡаҙанды һаҡларға йәлеп ителгән башҡорттар үҙ иленә ҡайта. Шулар араһында Айдабайсар, Ҡырдабайсар һәм Сыудабайсар тигән өс егет ошо яҡ башҡорто ла була. Шул башҡорттарҙан Сыудабайсарҙың шәхси тамғаһы кәкерсәк тип аталған. Шуға ла Сыудабайсарҙы «ҡыйыҡ ауыҙ» тип йөрөткәндәр имеш, тип аңлаталар ауыл ҡарттары (был турала Кубияз ауылындағы мәҡәләлә тулыраҡ яҙылған. — Авторҙан). Ҡыйыҡ ауыҙ тигән атама аҙаҡ Ҡыйғаҙы булып үҙгәргән.
Икенсе аңлатма 1996 йылда «Йәшлек» гәзитенең 9 июль һанында Ризәлә Шәйхинурованың «Еркәйемдең тарих һөйләмәгән юҡ һуҡмағы, юҡ тауы» тигән мәҡәләһендә бирелгән. Уның буйынса Ҡыйғаҙы Ҡоҙай тигән кеше исеменән (йәғни антропонимдан) һәм ғаҙы һүҙенән яһалған. Ҡоҙай тигән кеше ауылға тәү башлап нигеҙ ҡорған. Беҙҙеңсә был аңлатмала ҡабул итерлек фекер бар. Бында беҙ иң тәүҙә Ҡыйғаҙы тигән йылға һәм Ҡыйғаҙы исемле ауыл барлығын иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ. Шунан һуң ике атаманың ҡайһыныһына исем алда бирелгәнен асыҡларға тейешбеҙ.

«Олокүл (Бөгөлмә) ауылы» легендаһы

Олокүл – Асҡын районындағы бик ҙур булмаған башҡорт ауылы. (Башҡорттар уны тағы ла Бөгөлмә тип тә йөрөтә.) Рәсми ҡағыҙҙарҙа ни өсөндөр русса Большое Озеро, башҡортса Олокүл тип йөрөтөлә. Баштан уҡ әйтергә кәрәк: топонимияла ер-һыу атамалары бер телдән икенсе телгә мәғәнәһе буйынса тәржемә ителергә тейеш түгел.
Тирә яғы матур ағастар һәм ҡыуаҡтар менән уратып алынған күл тирәһендә Олокүл ауылы урынлашҡан. Күлдең тәрәнлеге урыны менән утыҙ
метрға етә. Уның һыуы бик таҙа. Күл балыҡҡа ла бик бай. Уның янында мүк
еләгенә бай һаҙлыҡ бар. Ауылдың исеме ошо кулдең исеменән алына.
Ауыл эргәһендә бернисә күл бар. Шуларҙың береһе – Арҡылыкүл . Ул иң ҙур күл булып иҫәпләнә.Ул Төлгөҙбаш менәнОлокүл ауылдары араһында юлға арҡылы урынлашҡан.
Шуға күрә исеме “Арҡылы” тип атала. Күл оҙонса формала һәм ағастар менән уратып алынған. Күлдә балыҡтар ҙа байтаҡ. Тирә яғында ҡарлыған, балан, бөрлөгән үҫә.
Төбәгебеҙҙең һыулыҡтары үҙенсәлекле, иҫкитмәле матур. Арҡылыкүл менән Олокүл кеүек күлдәрҙе тәбиғи һәйкәлдәр тип иғлан итергә мөмкин.
Ыйыҡтау тигән тау исемен айырып күрһәтергә кәрәк, сөнки ыйыҡ һүҙе боронғо төрки теленең вариҫтары иҫәпләнгән Ҡырғыҙ илендәге Ысыҡкул менән бәйле. Ысыҡкул атамаһы Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Әдһәм Рәхим улы Тенишев «изге күл» тигән мәғәнәгә эйә тип иҫәпләй. Ыйыҡтау исеме лә шуның кеүек «изге тау» тигән мәғәнә йөрөтә, һәр төбәктең изге урыны бул га н. Тап шундай изге урындарҙа борон башҡорттар ҡоролоҡ ваҡытында Аллаһы Тәғәләнән ямғыр яуҙырыуҙы, ямғыр бик күп яуған саҡтарҙа, киреһенсә ямғырҙы туҡтатыуҙы һораған. Сөнки изге урында теләгән теләкте, һораған үтенесте Аллаһы Тәғәлә ҡабул итер булған һәм үтәгән. Ыйыҡтау, беҙҙеңсә, ошондай мәғәнәлә ҡулланылған тау булып тора булһа кәрәк.

«Әрсеү баҫыуы» легендаһы

Олокүл ауылы янында Әрсеү тигән баҫыу бар. Камалов Нәжип һөйләүе буйынса, һуғыш ваҡытында был урындарҙы таҙартҡан, йәғни әрсегән булғандар. Шунан баҫыуға исем бирелгән.

«Ғатаулла соҡоро» легендаһы

Ауылдан алыҫ тугел Ғатаулла соҡоро бар. Был бик тәрән булмаған соҡор. Рәхимә инәй һөйләүе буйынса, һуғыш ваҡытында Ғатаулла тигән
бабай, үҙенең атына атланып, күрше ауылға аҡса илтеп барған, быны
ҡулаҡтар белеп ҡалып, ошо соҡорҙа, Ғатаулла бабайҙы ла, уның атын да үлтереп , эргәлә булған һаҙлыҡҡа һалып китәләр. Шул ваҡыттан башлап был соҡорҙо Ғатаулла соҡоро тип йөрөтә башлайҙар.

«Төлгөҙбаш ауылы» легендаһы

Төлгөҙбаш ауылының исеме үк Төлгөҙ йылғаһының башы тигәнде аңлата. Төлгөҙ йылғаһы, Яңа Ҡаҙансы ауылы янындағы Көтмэҫ йылғаһына барып ҡушыла.Төлгөҙбаш ауылы тирәһендә лә күлдәр, йылғалар, тауҙар байтаҡ.

«Иҫке Күскилде ауылы» легендаһы

Иҫке Күскилде ауылын балыҡсы ҡәбиләһе башҡорттары төҙөгән. 1795 йылда Күскилде ауылында 140 аҫаба башҡорт һәм 12 типтәр алынған. Халыҡ күбәйә төшкәс, Күскилденән яңы ауыл айырылып сыға. Уны Яңы Күскилде тип исемләйҙәр.

«Ҡышлауйылға ауылы» легендаһы

Асҡын районындағы Ҡышлауйылға ауылы исеме Ҡышлау йылғаһы исеменән килеп сыға. Был йылғаға Танып шифаханаһы янындағы Яҡты шишмә лә ҡушылып китә. Яҡты шишмәнең үҙенең бернисә исеме бар: “Яҡты шишмә”, “Изге шишмә”. Ысынлап та, был шишмәнең һыуы бик шифалы. Ололар һөйләүенсә, бер ваҡытты хаждан ҡайтып барыусы бер бабай юлда ауырып үлеп китә. Был бабай үлгән урындан шишмә бәреп сыға. Күпмелер ваҡыт үткәс Яҡты шишмә янынан үтеп барыусы бер күҙе насар күргән кеше шишмәнең һыуы менән битен йыуа, һәм күпмелер ваҡыт үткәннән һуң уның күҙе асылып киткәндәй була. Шунан был шишмәне “Яҡты шишмә” тип атап йөрөтә башлайҙар.

«Яңы Ҡаҙансы ауылы» легендаһы

Был Иҫке Ҡаҙансынан айырылып сыҡҡан ауыл. Иҫке Ҡаҙансынан касан бүленеп сыҡҡаны, ни өсөн Ҡаҙансы тип аталыуы тураһында фекерҙәр төрлө. 1967 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан беҙҙең ебәргән анкетаға 1909 йылғы уҡытыусы Бариев Камал Мөғин улы тултырып ебәргән анкетала юғарыла һеҙҙен «Ауылығыҙ ни өсөн шулай аталған? Ауылығыҙға тәү башлап нигеҙ һалыусылар ҡайҙан сыҡҡан?» тигән һорауға түбәндәгесә яуап биргән: «Ҡазанчы дигән ҡабилә булса кирәк. Алар шушы тирәдә йәшәгәннәр. Иске Ҡазанчы авылынан 1815 йылда күчеп утырганнар», — тип яҙған Камал Мөғин улы.
Ә бына БДУ профессоры Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәров архив материалдарына таянып был турала икенсе фекерҙе ҡеүәтләй. Төп Ҡаҙансынан (йәғни Иҫке Ҡаҙансынан) яңы ауыл айырылып сыҡҡан ти.

«Ташлыкүл (Шишмә Үрәкәй) ауылы» легендаһы

Ташлыҡул исеме шунан килеп сыҡҡан. Ташлыҡлы бер күл буйы булған. Уның элек шишмәһе лә булған. Тик хәҙер ул аҡмай, сөнки ҡороған. Күл буйы эре ташлыҡ. Күлгә лә, ауылға ла Ташлыҡул тип исем бирелгән.
Икенсе төрлө Ташлыкүл ауылын Шишмә Үрәкәй тип тә йөрөтәләр.
Ошо бәләкәй генә ауылда иллегә яҡын ер-һыу атамалары яҙып алынған.

«Эйәлегүл» легендаһы

Был ауылдан алыҫ түгел, Эйәлегүл тигән бик матур йоморо күл булған. Ул бик матур, тәрән булған. Әммә етәкселәр мелиорация үткәрәбеҙ тип, эргәһендәге ағастарҙы ҡырҡҡандар һәм күл һайығып ҡалған.
Был хәл һуғыш йылдарында булған, ти. Ауылдан бер кеше ошо күл ярынан китеп барғанда, уға ҡара костюм кейгән ир осраған. Теге кеше аптыраған: «Һуғыш ваҡытында өзмәүерҙәй егет нишләп бында йөрөй?» — тип уйлаған.Артына әйләнеп ҡараһа, теге әҙәм ҡайҙалыр юғалған. Өйөнә ҡайтып күп тә тормай, был кеше үлгән. Был ирҙе күлдең эйәһе тип һөйләйҙәр ололар. Үләре еткән кешегә ҡара, гүмере оҙон кешегә — аҡ костюмда күренә
икән.

«Ташлытау» легендаһы

Олокүл ауылы янында «Ташлытау» тигән бер урын бар. Бында ҙур сокор бар. Ул соҡор таш менән тулы. Шуға уны халыҡ Ташлытау тип атала.

«Махиян» шишмәһе

Был шишмә йылға буйында урынлашҡан. Уны Махиян исемле ағай шишмәнең тәмле һыулы икәнен белгәс, уға мауирлап бура яһап төшөрә, тирә-яғын кәртәләп ала. Шишмәнең тирәһенә төрлө ағастар ултыртып ҡуя. Шунан шишмә Махиян шишмәһе тип йөрөтөлә башлай.

«Изге шишмә» легендаһы

Изге шишмә тураһында «Асҡын һыуҙары» китабында Ләйсән Миңлеғолова яҙып ҡалдырған легендалар бар. Аҡһаҡалдар һөйләүенсә элек Ғәлиулла ағайҙың оло ҡатынының балаһы булмаған. Ул бала тыуыуын бик теләгән, хоҙайҙан ярҙам һораған, бик ҡаты илаған, ти. Ҡатын үлгәс уны тау буйына ерләгәндәр. Ошо ҡәбер янынан һыу ҡалҡып сыҡҡан һәм тауҙан аҫҡа ағып иөшкән. Ләйсән Хатип ҡыҙы әйтеүенсә, әбейҙәр уны Ғәлиулла ҡатынының күҙ йәштәре ул тип әйтәләр ти.
Эльмира Шәйхуллина
“Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылы
тарихы һәм фольклоры” китабы 2018 йыл, 48-55-се биттәр.
Читайте нас