Сураш ауылына киткән юлда бер шишмә бар. Уны беҙ “Еҫле шишмә” тип йөрөтәбеҙ, сөнки йыраҡтан уҡ уның еҫе танауға килеп бәрелә. Шишмәнең тирә-яғындағы таштар, үләндәр ап-аҡ һәм бының сәбәбе — һыуҙың көкөртлө (сероводород) булыуы. Ҡыш көнө шишмә төбөндәге таштар ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр, ҡара төҫтәргә инә. Һыуҙан боҙолған йомортҡа еҫе килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның һыуы бик күп ауырыуҙарға, айырыуса быуындарға файҙалы. Ләкин уны саманан тыш ҡулланырға ярамай.
Шишмә ҡыш көнө лә туңмай, сылтырап ағып ята. Күрше ауылдарҙан мәктәп балалары гел Еҫле шишмәгә походҡа килә. Ололар әйтеүенсә, элек шишмәнең икенсе «Изге шишмә» тигән атамаһы ла булған. Изге булыуын төрлө кешеләр төрлөсә аңлата. Ә иң таралғанына бөтә кеше лә ышана. Әгәр төнөн уның янынан сәғәт 12-ләр тирәһендә үҙең генә үтергә тура килһә, ап-аҡтан кейенгән аҡ һаҡаллы ҡарт әбей нәҡ шул кешенең исемен әйтеп өндәшә лә яланға тиклем оҙата килә һәм күҙҙән юғала.
Элек шул ҡарағайлыҡта ҡорт ҡарағандар. Ул колхоздыҡы булған.Умартасы булып Рәхбәр исемле бабай эшләгән. Ошонан Ҡортбаҡса исеме ҡалған.
Әле беҙ был ҡашлаҡты Миндийәр тип атайбыҙ. Элек шул ҡашлаҡта Миндийәр исемле бабайҙың йорто булған, ул шунда көн иткән. Бабай үлгәс, уның ғаиләһе ҡашлаҡтың итәгенә йорт һалған, яр урамы барлыҡҡа килгән. Ҡашлаҡҡа “Миндийәр ҡашлағы” исемен биргәндәр. Элек унда халыҡ һабантуй үткәрер булған.
“Йәнтөйәк” гәзите, 13 сентябрь 2003 йыл.
БДУ-ның Нефтекама филиалының филология бүлегендә ул саҡта уҡып йөрөүсе Ғиндуллина Рәмзиә йыйған материалдар һәм фотолар ҡулланылды.