Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Афарин!
26 Март 2021, 05:15

«Айыҡ ауыл» конкурсы республика этабының финалистары араһында Бөрө районы Баҡтыбай ауылы бар

Баҡтыбай ҙур ауылдар категорияһында ҡатнашты.

Унда 864 кеше йәшәй. Ауылдың тарихы 1735 йылдарға барып тоташа. Легендаға ярашлы, Пектыбай исемле кеше нигеҙ һала. Ул өйөн оҙон киң аҡланда төҙөй, мари телендә «Кужу нур» тигәнде аңлата. Шул замандарҙа үҫкән имән, талдар бөгөнгәсә һаҡланған. Мөһабәт ҡарт имән ағасы Пектыбайҙың йорто янында үҫә. Был- ауыл халҡы өсөн әһәмиәтле урын. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә «Ҡарт имән» тигән сара үткәргәндәр, ата-бабалар тарихының өнһөҙ шаһиты- имәндең эргәһен төҙөкләндергәндәр, ҡойма менән уратҡандар. Баҡтыбайҙа конкурс сиктәрендә мәҙәни саралар ҙа йыш уҙғарылған. Бында Мари мәҙәниәте үҙәге әүҙем эшәй.Мәҫәлән, ауылдың арҙаҡлы шәхесе Михаил Кутлусатов йәштәргә барабан эшләү серҙәре менән уртаҡлашҡан. Бында республика гармун фестивале гөрләп үткән.
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_35149
Читайте нас