Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы тарафынан иғлан ителгән матбуғатҡа яҙылыу буйынса эстафета быйыл да ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашлығында дауам итте. Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Фәрит улы Денисламов “Изгелек эстафетаһы” сиктәрендә Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе күп балалы әсә Хәнүзә Ямал ҡыҙы Тимершинаға ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығына “Ышаныч” район гәзитенә яҙылып, бүләк итте.