Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
28 Декабря 2020, 08:31

Киләсәккә ышаныс менән атлай

Күп профилле һөнәри колледжда квалификациялы эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программаһы буйынса — 290 һәм урта звено белгестәрен әҙерләү программаһы буйынса 422 йәш кеше белем ала. Шулар араһында уҡыу алдынғыһы Глеб Иванов та бар. Ул “Компьютер системалары һәм комплекстары” белгеслеге буйынса уҡый һәм дүртенсе курсты тамамлай.

Иван Глебов фекеренсә, ғаилә ҡороуҙан алып балалар тыуғанға тиклем Конституция көн дә беҙҙең тормошобоҙҙа ҡатнаша. Ул беҙҙең йәшәйешебеҙ менән шул тиклем тығыҙ бәйләнештә, хатта уның тураһында уйланмайбыҙ ҙа. Ә бит айырым кеше һәм йәмғиәт араһындағы барлыҡ мөнәсәбәттәр ҙә граждандарҙың төп хоҡуҡтарын билдәләгән генә түгел, ә уларҙың үтәлешен гарантиялаған ошо төп дәүләт документында яҙылған.
— Кеше донъяға тыуыу менән уның хоҡуҡтары ла барлыҡҡа килә. Ғүмер кеше өсөн иң төп байлыҡ булып һанала, — тип һөйләй Глеб. — Минең ата-әсәйемдең туғыҙ йәштән алып 21 йәшкә тиклемге дүрт улы һәм бер ҡыҙы бар. Күп балалы булараҡ, ғаиләбеҙгә дәүләт ярҙамы күрһәтелә, был әлеге заманда бик мөһим.
Ҡаланың 7-се урта мәктәбен тамамлаған егет үҙенең белем алыуға булған хоҡуғын әүҙем ҡуллана. Быйыл ул финанс белем буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында ҡатнашты һәм ил буйынса 2-се урын алды. Шулай уҡ "Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ тесы-2020"-лә белемдәрен һынаны һәм халыҡ-ара кимәлдәге 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ивандың был еңеүҙәрендә иҡтисад уҡытыусыһы Светлана Владимировна Артамонованың хеҙмәт өлөшө ҙур. Хәҙер егет артабан уҡыуын финанс буйынсамы, әллә ITI-технологиялар буйынса Өфөлә йәки Ҡазанда дауам итергәме, тип уйлай.
Глеб гражданлыҡ бурыстарының береһе булған армия хеҙмәте тураһында ла онотмай.
— Юғары уҡыу йортона уҡырға инһәм, хәрби бурысымды һуңынан үтәйәсәкмен, — тип планлаштыра ул. — Уҡырға инә алмаһам, шунда уҡ хәрби комиссариатҡа барам. Атайым да, өлкән ағайым да хеҙмәт итте. Ә әсәйем яғынан олатайым Ефим Вежнин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Өлгө алыр кешеләрем бар минең.
Маҡсатсан, ныҡышмал Иван Глебов тормошта күп нәмәләргә ирешергә теләй. Колледжда алған белеме һәм һөнәре уға был йәһәттән ҙур ярҙам һәм ныҡлы нигеҙ булыр.
Ольга Платонова.
Читайте нас