Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Декабрь 2020, 22:17

Ә һеҙ шыршы биҙәнегеҙме әле?

Солтанбәк ауылында йәшәүсе күп балалы әсәй һәм өләсәй Фәниә Хәниб ҡыҙы Насртдинова балалары менән йәшел ҡупшыҡайҙы сағыу уйынсыҡтар менән биҙәп тә ҡуйған!

Барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көтөп алған тылсымлы байрам – Яңы йылға бер ай ҡалды. Күптәр ҡыштың тәүге көнөн Яңы йыл символы - йәшел шыршыны биҙәп ҡаршы алған.
Солтанбәк ауылында йәшәүсе ете ҡыҙына һөйөклө әсәй, Даян ейәненә бына тигән өләсәй булған Фәниә Хәниб ҡыҙы Насртдинова ла балалары менән йәшел ҡупшыҡайҙы сағыу уйынсыҡтар менән биҙәп тә ҡуйған!
- Шыршы биҙәү - иң күңелле мәшәҡәттәрҙең береһе. Беҙ бала саҡта ла шау-гөр килеп шыршы биҙәй инек. Мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә ҡағыҙҙан төрлө-төрлө уйынсыҡтар яһай торғайныҡ. Өйҙә кистәрен дәфтәр, альбом биттәрен ике яҡлап төҫлө буяуҙар менән буяп, киптереп, оҙон итеп сылбыр эшләп, өй эсен биҙәй инек. Хәҙер магазинда йәнең теләгән уйынсыҡты һатып алырға була. Мең төҫлө уттар емелдәгән гирляндалар ғына ни тора! Быйыл балалар шыршыны интернет магазиндан һайлап, кейәүем алып ҡайтты. Кисә мәж килеп бергәләшеп йәшел ҡупшыҡайҙы биҙәнек. Әй күңелле булды! Хәҙер беҙҙең өйҙә һәм күңелдәрҙә – Яңы йыл кәйефе! - тип тәьҫораттары менән бүлеште күп балалы әсә һәм өләсәй Фәниә Хәниб ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас: