Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Сентябрь 2020, 12:21

Ғаилә традицияларын дауам итә

Анастасия Кузнецова Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инде

Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең быйылғы сығарылыш класы уҡыусыһы Анастасия Кузнецова үҙенең хыялын тормошҡа ашырҙы. Уға БДИ-ла йыйған юғары балдары Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инергә ярҙам итте.
Настя үҙенең хыялына ҙур ынтылыш һәм тырышлыҡ менән барҙы. 1-се кластан башлап 11-гә тиклем барлыҡ фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәште. Ул бер нисә ҡабат математика, рус теле, әҙәбиәт, биология, география, экологиянан уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүсе һәм призер булды. Тырыш ҡыҙ Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы стипендиаты, Рәсәй Геройы Владимир Әлимов премияһы лауреаты булыуға ла иреште.
Мәктәптә Настя фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнде. Ул “Ватан юлдары буйлап” һәм “Мин — Башҡортостан гражданы” тикшеренеү эштәре район конкурстарында, “Совенок. Тикшеренеү — белем алыуҙың бер алымы” (1-се һәм 2-се дәрәжә) һәм “Таҙа фән” (3-сө дәрәжә) уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли республика конкурстарында белемен һынап, күп һанлы грамоталарға лайыҡ булды. Настя шулай уҡ уҡыусыларҙың “Эҙләнеү” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында еңеүсе булды. Унда ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ҡариҙел районының Байҡы ауылында йәшәгән балалар яҙыусыһы Валентина Осеева ижады буйынса ҡыҙыҡлы ижади эш әҙерләгән.
Анастасия Кузнецованың шөғөлдәре байтаҡ. Ул бер нисә ҡабат “Тере классика” йәш шиғыр һөйләүселәрҙең Бөтә Рәсәй конкурсының муниципаль этабында, “Республикамды данлайым” иншалар район конкурсында еңеүсе һәм призер булды.10-сы класта уҡығанда территориаль һайлау комиссияһы үткәргән һайлау хоҡуҡтары һорауҙары буйынса район викторинаһында 3-сө урын алды.
Анастасия — һәр яҡлап үҫешкән ҡыҙ, музыка, нәфис әҙәбиәт уҡыу, сигеү менән ҡыҙыҡһына. Ҡариҙел балалар музыка мәктәбенең фортепиано класын тамамланы, гитарала уйнарға өйрәнде. “Гармония” балалар музыка мәктәбенең өлгөлө хоры составында күп тапҡыр район һәм республика сәхнәләрендә сығыш яһаны.Тырыш ҡыҙ “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” интеллектуаль уйыны көйәрмәне лә, мәктәп командаһы составында район һәм республика кимәлендәге уйындарҙа ҡатнашты.
Анастасия мәктәптә уҡыу осоронда алған белемдәрен Берҙәм дәүләт имтихандарында һайланған фәндәрҙән юғары балдар алып иҫбат итте. Рус теленән имтиханды ул 96 балға тапшырҙы. Был — районда иң яҡшы һөҙөмтә.
Берҙәм дәүләт имтихандарындағы юғары балл һәм алтын миҙал Настяға Башҡорт дәүләт медицина университетына ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инергә ярҙам итте. Киләсәктә табип булып, ул ғаилә традицияларын дауам итәсәк. Маҡсатсан ҡыҙға юғары уҡыу йортонда уңышлы белем алыу һәм ҡыҙыҡлы студент тормошо теләйбеҙ.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: