Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Июнь 2020, 16:41

Әүҙем, тырыш, ярҙамсыл

Әҙәм балаһын тыйнаҡлыҡ, күркәм холоҡ, әҙәплелек һөйкөмлө итә. Тәрбиәле кеше генә эргә-тирәләгеләргә, яҡындарына хөрмәт менән ҡарай, көслө ихтыярлы була. Ҡариҙел ауылы ҡыҙы Элина Сәфәрғәлиева менән һөйләшкәс, уның хаҡында ла шундай фекер тыуҙы.

Тырыш, уңған ҡыҙ Ҡариҙел 2-се мәктәбендә 10-сы класты тамамланы. Һәләтле уҡыусы алты йәшенән сәхнә түренән төшмәй. Бала сағынан уҡ бейей, спортты үҙ итә. Район, республика ярыштарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Элина уҡыуҙа ла тик “биш”кә генә өлгәшә.
Быйыл иһә Элина Ҡариҙел ауылында уҙған “Ҡариҙел һылыуы-2020” конкурсында ҡатнашып, “Мисс фантазия” номинацияһында еңде. Башҡорт бейеүен оҫта башҡарып, туған телендә матур сығыш яһап, тамашасыларҙы һоҡландырҙы.
Һәләтле ҡыҙ музыка мәктәбен тамамлаған. Башланғыс кластарҙа уҡығанда Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгенә йөрөп, йыр-бейеү серҙәренә төшөнгән. Әлеге ваҡытта Рәфилә Мөнирова етәкләгән “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Улар районда ғына түгел, республика кимәлендә лә ҙур уңыштарға ирешә, еңеүҙәр яулай.
Әйткәндәй, 5-се класты тамамлаған ҡустыһы Эмиль дә апаһынан ҡалышмай. Балалар спорт яғынан атайҙары Әнфис Рауил улына оҡшаһа, әсәйҙәре Гөлназ Нәфҡәт ҡыҙы — оҫта бейеүсе.
Элина йыр-бейеү, спорт бәйгеләренән тыш башҡорт теленән уҙған олимпиадаларҙағы уңыштары өсөн дә бихисап Почет грамоталарына лайыҡ булған.
— Элина башҡорт теле дәрестәрен бик ярата. Өйҙә лә туған телдә һөйләшәбеҙ. “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен яратып уҡыйбыҙ. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, бар нәмәне тиҙ отоп алыусан, маҡсатсан булды. Ҡыҙыбыҙға уҡыуҙағы уңыштары өсөн республика Шыршы байрамында ҡатнашыу бәхете лә тейҙе. Бының өсөн класс етәксеһенә, уҡытыусыларға, район етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, — ти Гөлназ Нәфҡәт ҡыҙы.
Мәктәптә лә күпселек байрамдар, төрлө саралар Элина ҡатнашлығында үтә. Үҙенең әүҙемлеге, тырышлығы, ярҙамсыллығы менән ул тиҫтерҙәре, уҡытыусылары араһында ла ихтирам яулаған. Элинаға мәктәпте уңышлы тамамлап, үҙе теләгән уҡыу йортона уҡырға инергә яҙһын.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: