Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Июнь 2020, 23:35

Еләксе малайҙар

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Мөнир, Юнир, Нәзир Ғилманшиндар йәйге каникулдарын файҙалы һәм күңелле үткәрә.

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Гөлнара һәм Денис Ғилманшиндар үҙҙәренең татыулығы, уңғанлығы, ижади ҡарашлы булыуы менән һоҡландырып ҡына тора. Был ғаиләлә ата-әсәләре һымаҡ тырыш, эшһөйәр, изге күңелле өс ул үҫеп килә. Өлкәндәре Мөнир - 7-се, Юнир - 6-сы, Нәзир 3-сө класты тамамлаған. Барыһы ла ҡаланың 8-се мәктәбендә белем ала.
Әсәләре Гөлнара Ралиф ҡыҙы ҡаланың 4-се мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Талантлы уҡытыусы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, “Йәнтөйәк” гәзитенең дә тоғро дуҫы.
Хоҙур тәбиғәтле Асҡын районы Әмир ауылында тыуып үҫкән Гөлнара Ралиф ҡыҙы еләк йыйырға ярата. Бына бөгөн дә “тимер ат”ын йүгәнләп, ғаиләһе менән ер еләге йыйып ҡайтҡандар.
Наилә Имаева.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: