Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Июнь 2020, 13:12

“Ваҡыт йылғаһы” — еңеүселәр исемлегендә

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте Бөтә Рәсәй хәрби-тарихи тематикаһына арналған иң яҡшы проект конкурсына йомғаҡ яһаны.

БДУ-ның Бөрө филиалында ойошторолған белем биреүсе “Ваҡыт йылғаһы” тарихи реконструкция фестивале “Хәрби-тарихи фестивалдәрҙе ойоштороу һәм үткәреү буйынса проекттар” номинацияһында еңеүселәр исемлегенә инде.
Билдәле булыуынса, “Ваҡыт йылғаһы” фестивале 2015 йылдан Бөрө ҡалаһында үтә. Уның маҡсаты — үткән дәүерҙәрҙә яу яланында барған ваҡиғаларҙы тергеҙеү.
“Ваҡыт йылғаһы” фестиваленең инициаторы һәм идея авторы – БДУ-ның Бөрө филиалы доценты, тарих, философия һәм социаль-гуманитар фәндәр кафедраһы мөдире Руслан Хәмиҙуллин етәкселегендәге “Бөрө уҡсылары” хәрби-тарихи клубы. Быйыл фестивалде июлдә үткәреү ҡаралғайны, ләкин эпидемияға бәйле ул яҡынса 17-19 сентябргә күсерелде.
Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: