Йәнтөйәк
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
17 Февраля 2020, 13:27

Башҡорт ҡыҙы – илдең төп телеканалында!

Кисә Беренсе канал эфирҙарына сыҡҡан “Dance Революция” тапшырыуында һәләтле яҡташыбыҙҙы күреп ҡыуандыҡ – егерме йәшлек Нәркәс Юлдашева милли сәнғәтебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр бар илгә танытты. Әле ҡасан ғына ул ТНТ каналындағы “Бейеү” проектын шаулатҡайны.

Был юлы ҡыҙ башҡорт бейеүенә заманса элементтарҙы ла ҡушҡан. Һөҙөмтәлә, Нәркәстең үҙе әйтеүенсә, башҡорт ҡыҙҙарының нәзәкәтлелектән тыш, ир-егеттәр менән бер ҡатарҙан илде яҡлап яуға күтәрелер көскә эйә булыуы хаҡында сығыш хасил булған.
Баһалама төркөмө ағзаларының бөтәһе лә Нәркәс Юлдашеваның айырым оҫталыҡ, таҫыллыҡ талап иткән бейеүен юғары баһаланы, әммә тик Сергей Полунин ғына ҡыҙға “Эйе” тип әйтте. Бәйге шарттары буйынса, киләһе этапҡа үтер өсөн был ғына етмәй ине шул...
Нәркәстең үҙе менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. “Был проекттың тәғәйен форматы бар, мин был ҡалыптарға һыйып етмәйемдер, моғайын. Артабан үтергә тигән маҡсат та ҡуймағайным, башҡорт бейеүен, уны нисек күҙ алдыма килтереүемде күрһәткем генә килгәйне. Башҡа бейеү төрҙәре кеүек, беҙҙең башҡорт бейеүе лә бер урында тормаҫҡа, үҫешергә тейеш тип һанайым һәм башҡорт бейеүенә заманса элементтар өҫтәп башҡарыуымды дауам итәсәкмен”, – тине ул.
Әйткәндәй, Нәркәстең сығышы айырым видеояҙма булып социаль селтәрҙәргә сыҡҡас, уның аҫтында һоҡланыу белдергән бик күп фекерҙәр йыйылды. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре башҡорт бейеүе, Нәркәс менән һоҡлана, уның таяҡ менән шундай оҫта эш итеүенә, бер уңайҙан бейеп тә, гимнастика алымдары күрһәтеп тә өлгөрөүенә ғәжәпләнә.
Нәркәс Юлдашеваның барыһы ла алда әле. Киләсәктә уға тағы ла бейегерәк осоштар теләйбеҙ.
Фото: видеонан скриншот.
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас