Йәнтөйәк
+8 °С
Ясно
Антитеррор
Афарин!
11 Февраля 2020, 07:47

Афарин, хәлилдәр!

«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Ҡариҙел районы Хәлил ауылында сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалаған саралар әленән-әле үтеп тора.

“Ғаилә ялдары” шундайҙарҙың береһе. Хәлилдәрҙе район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Р.К. Вәлинуров һәм район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты К.А.Солтанов тәбрикләне. Ололар һәм балалар саф һауала төрлө уйындар уйнаны, баян моңдарына бейене. Хәлит Ғүмәров ауылдаштарын тәмле былау менән һыйланы.
Хәлилдәр халҡыбыҙ йолаларын тергеҙеү буйынса ла әүҙем эш алып бара. «Кис ултырыу» йолаһын да ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе барлап, бик матур итеп ойошторҙолар. «Донъяла бөтә нәмә лә үҙгәрә, тик халыҡ йолалары һәм байрамдары йәшәйешен дауам итә», — тип ҡунаҡтарҙы сәләмләне Камил Солтанов.
Сара ике йортта үтте. Бар эшкә лә оҫта хужабикәләр Роза Ҡыямова менән Зиниә Мөғлитдинова алдан әҙерләнеп, өй эсен сигелгән, бәйләнгән, тегелгән әйберҙәр менән биҙәне. Сағыу милли күлдәктәр кейгән, алъяпҡыстар бәйләгән ауылдың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары сигеү, бәйләү эштәрен күрһәтте. Фәриҙә Садыҡова һәм Әлфисә Сәхәбетдинованың гармун моңдары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ҡунаҡтар өсөн халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙарынан бай табын әҙерләнгәйне.
Шулай хәлилдәр тырышып эшләргә лә, сәләмәт тормошто пропагандалап, күңелле һәм файҙалы ял итергә лә белә.
Ҡариҙел башҡорттары ҡоролтайы сәхифәһендәге материалдарҙы файҙаланып Наилә Имаева әҙерләне.
Читайте нас