Унда ҡабул ителгән резолюцияла: «Белем биреү йорттарында башҡорт телен, әҙәбиәтен, Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәнеүҙе әүҙемләштерергә, туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт белгестәре, журналистар менән берлектә Башҡортостан Республикаһы райондарында һәм сит өлкәләрҙә фәнни-ғәмәли "түңәрәк өҫтәл"дәр үткәреп торорға» тигән юлдар бар.
Эйе, туған телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу арта. Башҡорт телен мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында башҡорттар ғына түгел, төрлө милләт вәкилдәре лә өйрәнә. БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынованың башҡорт телен үҫтереүгә, һаҡлауға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индереүен уның башҡарған хеҙмәттәре аша беләбеҙ. Өфө дәүләт сәнғәт институтының тамаша залында үткән халыҡ-ара «Прометей рухы» фестиваленә ул студенты Сәғәҙәт Анарҡолова менән килгәйне. Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенә — 100, Мостай Кәримдең тыуыуына — 100, А.С. Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулыуға арналған был конкурстың гала-концертында үзбәк ҡыҙы Сәғәҙәт сәхнәгә ҡаҙаҡ Ильяс Сағынбәк, ғәрәп Хәсән Дауд менән бергә күтәрелде. Сәғәҙәт Мостай Кәримдең «Уйҙар» шиғырын үзбәк теленә үҙе тәржемә яһаған. Ҡыҙҙың шиғырҙы тыныс ҡына тауыш менән тойғоло итеп башҡарыуы жюри ағзаларын битараф ҡалдырманы. «Нәфис һүҙ» номинацияһында ул III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Студенттарының күңелендә башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятҡан, һөйөү тәрбиәләгән Гөлнур Нуриман ҡыҙы ла, Сәғәҙәт тә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева ҡулынан Рәхмәт хаттары алды.