“Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020” акцияһы сиктәрендә Солтанбәк урта мәктәбендә лә 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем ата-әсәләр менән берлектә төрлө спорт саралары һәм уйындар ойошторола. "Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә" спорт байрамы ла иҫтә ҡалырлыҡ була. Атай-әсәйҙәр балалары менән төрлө һынауҙарҙы бергә үтеп, барыһына ла күңелле ял бүләк итә. Бындай саралар ғаилә һәм мәктәп араһындағы мөнәсәбәтте нығытырға, үҙ-ара аңлашыу, берҙәмлекте арттырырға, сәләмәт тормошҡа йәлеп итергә, спортҡа һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә. Артабан уҡыусылар командаһы уҡытыусыларға ҡаршы пионербол уйнай.
Уҡыусылар менән саңғы һәм санала шыуыуҙар ҙа иң йылы тәьҫораттар бүләк итә. Тәбиғәт ҡосағында саф һауала бергә ял итеүҙәр барыһына ла оҡшай. Яңы көс-дәрт алып, сәмләнеп, изге эштәргә рухланып ял итә солтанбәктәр.Афарин!