Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
5 Ғинуар 2020, 12:05

Афарин, табаҫҡытамаҡтар!

Ирекмән уҡыусылар ҡошсоҡтарға ярҙам ҡулы һуҙа!

Беҙҙең тарафтарҙа ҡышлаусы ҡоштарға оҙайлы ҡыш һынау осоро булып тора. Улар һыуыҡтан ғына түгел, күбеһенсә аслыҡтан яфа сигә. Ҡар ятыу менән урман-ҡырҙарҙа, яландарҙа аҙыҡ табыуы ауырлаша, шуға күрә күпселек ҡоштар кешеләр йәшәгән урындар­ға туплана. Ошо ваҡытта ҡанатлы дуҫтарыбыҙға тағараҡтар эшләп, ярҙам ҡулы һуҙыу уларҙы һәләк булыуҙан ҡотҡара ала.

Нәҡ ошо маҡсатта Табаҫҡытамаҡ мәктәбе ирекмәндәре “Ҡышын ҡоштарҙы ашатығыҙ!” тигән акция үткәрә. Каникул башында мәктәпкә килеп, бергәләп ҡул аҫтында булған материалдарҙан төрлө тағараҡтар эшләп, уларға ҡоштар өсөн ем һалып, ағастарға элеп сыға. Табаҫҡытамаҡтарҙан өлгө алып, ҡалғандар ҙа ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итер, тип өмөтләнәбеҙ!

Ҡоштарға, хайуандарға, тә­биғәткә ҡарата миһырбанлы булайыҡ, дуҫтар!

Наилә Имаева.

Сығанаҡ:https://vk.com/public186453760

Читайте нас: