Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Ғинуар 2020, 16:55

Эшҡыуарҙан матур бүләк

Урмияҙҙа үткән хәйриә Шыршы байрамында 100-ҙән артыҡ балаға Яңы йыл күстәнәстәре таратыусы эшҡыуар тураһында түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

  • Бындай хәйриә байрамын шәхси эшҡыуар Илгиз Камалетдинов өсөнсө тапҡыр үткәрҙе. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар ҙа арта. Балалар был Шыршы байрамын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Быйыл 100-ҙән ашыу бала һәм уларҙың ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары ҡатнашты. Үҙебеҙ Яңы йыл кисәһе сценарийын әҙерләп, күңелле итеп алып барҙыҡ. Сараға килеүселәрҙе Урмияҙ ауылы биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сәлимә Әбүбәкерова сәләмләп, Яңы йыл менән ҡотланы. Илшат Үзбәк улы байрамдың бағыусыһы булған Урмияҙ ауылы егете, бөгөн эшмәкәрлеген ошо ауылда алып барыусы Илгиз Илдар улына балаларға шундай ҡыуаныс бүләк иткәне өсөн рәхмәт белдереп, эшендә уңыштар теләне.
    Уҡыусылар Ҡыш бабайға һәләттәрен күрһәтеп, Шыршы тирәләй йырлап-бейене, шиғырҙар һөйләп, бүләктәр алды. Байрам аҙағында һәр бала шәхси эшҡыуар Илгиз Камалетдинов әҙерләгән күстәнәсте алып ҡыуанды, - тип һөйләне Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йорто методисы Фидания Йосопова.
    Илдә һынылыш, аңдарҙа буталыш, иҡтисад көрсөктә булған заманда кешеләрҙә мәрхәмәтлек, күңел йылыһы әллә ҡайҙа йәшенмәгән икән. Киң күңелле, мәрхәмәтле ир-уҙамандар сауаплы, өлгөлө, матур ғәмәлдәр ҡыла. Афарин!
    Наилә Имаева.




    Читайте нас: