Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Декабрь 2019, 17:51

Тырыштар, һәләтлеләр — райондың төп Шыршы байрамында

“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы үтте

Яңы йыл барыбыҙҙың да көтөп алынған байрамы, бигерәк тә, балаларҙың. Бөгөн “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы үтте.
Сарала район мәктәптәренән 120 бала ҡатнашты. Улар араһында уҡыу алдынғылары, спортта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәндәр, шулай уҡ күп балалы аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған ғаиләләрҙән балалар бар ине.
Төрлө костюмдар кейгән уҡыусыларҙы, уларҙы оҙатып килгән ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән район хакимиәте башлығы Ришат Дихин ҡотланы. Ришат Марат улы балаларға ныҡлы һаулыҡ, уҡыуҙарында уңыштар, тағы ла тырышыбыраҡ белем алып, төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтереп, районыбыҙ данын арттырыуҙарын һәм ата-әсәләрен һөйөндөрөп кенә үҫеүҙәрен теләне. “Тырыштарға һәр ваҡыт уңыш йылмая, Яңы йыл алдынан хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем”, — тине ул. Ә уҡыусылар, үҙ сиратында, яҡшы уҡырға, тәртипле булырға район хакимиәте башлығына һүҙ бирҙе.
Артабан “Мельница” Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре “Яңы йыл алдынан Кәзә һәм кәзә бәрәстәренең мажаралары” тип исемләнгән яңы йыл тамашаһын күрһәтте. “Бүре һәм ете бәрәс” әкиәте балаларға бәләкәйҙән таныш. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур оҫталыҡ менән әҙерләнгән тамашаны ҡыҙыҡһынып ҡараны, кәзә бәрәстәре өсөн көйҙө, янды, аҙаҡта улар өсөн шатланды. Тамаша уларҙы дуҫ, татыу, берҙәм булырға, ата-әсә һүҙен тыңларға, һәр ерҙә лә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә өйрәтте.
Балалар тамаша ҡарағандан һуң йомаҡтар сисеп, төрлө һорауҙарға яуаптар биреп, әҙәби китаптар уҡырға яратҡанлыҡтарын иҫбат итте. Шыршы уттары ҡабынғас, шаян ҡыҙҙар һәм малайҙар Ҡыш бабай менән бергә уйындарҙа ҡатнашты, шыршы тирәләй әйләнеп йырҙар йырланы, бейене.Шиғырҙар һөйләп, йырлап Ҡыш бабайға һөнәрҙәрен дә күрһәттеләр. Байрам аҙағында һәр бала күстәнәстәр алып ҡыуанды.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: