Ләйсәнгә 11 йәш. Бик тырыш ҡыҙыбыҙ. Һүрәт төшөрөргә, музыка тыңларға, бейергә ярата. Уҡытыусыһы Светлана Әдип ҡыҙы ярҙамында шар менән бейеү өйрәнеп, бөгөн Ҡыш бабайға бейеп күрһәтте. Бик ҡәнәғәт ҡалды үҙе. Байрам беҙгә оҡшаны. Бик күңелле, матур итеп ойошторғандар. Барыһына ла рәхмәт, — тине Ләйсәндең әсәһе. Ҡарткиҫәктән Фәнүзә апай Миңлеғәлиева ейәне Линар һәм ейәнсәре Линара менән килгәйне байрамға. Улар ҙа байрамдың күңелле, сағыу булыуын билдәләп, рәхмәт белдерҙе ойоштороусыларға.