Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Декабрь 2019, 12:12

Оҫталарыбыҙ һынатманы

Өфөнән күргәҙмәнән бөрөләр ҙур уңыштар менән ҡайтты

Өфө ҡалаһының “ВДНХ-Экспо” комплексында “Һөнәрселек фестивале” уникаль проекты тормошҡа ашырылды. Ул “Өфө. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмәһе, халыҡ художество кәсептәре фестивале, “Йыл һөнәрсеһе-2019”, “Йәш һөнәрсе”, “Алтын ҡуллы оҫта”, “Башҡорт шәле” конкурстары менән берлектә уҙғарылды.
Күргәҙмә-фестивалгә республиканың 54 район һәм ҡалаһынан һәм Рәсәйҙең 16 төбәгенән оҫталар йыйылды. Улар тарафынан ағастан, балсыҡтан, таштан, күндән, кейеҙҙән, быяланан һәм башҡа материалдарҙан юғары оҫталыҡ һәм зауыҡ менән башҡарылған халыҡ ижады әйберҙәре тәҡдим ителде. Фестиваль барышында фольклор һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны, дефиле ойошторолдо, башҡорт аш-һыуы тәмләп ҡаралды.
Бөрөләр был саранан айырым тәьҫораттар менән ҡайтты. «Калинушка» халыҡ ғаилә ансамбле хөкүмәт комиссияһын рус халыҡ йырҙары менән ҡаршы алды. Экспозицияла биш һөнәрсе үҙ эшмәкәрлеген тәҡдим итте. Галина Павлованың шәхси предприятиеһы ағастан ҡырып һәм юнып яһау сәнғәтен күрһәтте, скульптор Сергей Павловтың туҙҙан эшләнгән эштәре һәм декоратив скульптуралары, Дмитрий Макеровтың ҡаты ағастан яһалған токарлыҡ эштәре, Михаил Ҡотлосатовтың ағастан мари барабандары ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырҙы. Илья Севостьянов уларҙы металдан эшләнгән янып торған ҡар бабай һыны, ә рәссам-скульптор Рафаэль Сатиев керамиканан юғары профессионализм һәм юмор менән һуғарылған көнкүреш әйберҙәре менән һоҡландырҙы. Шулай уҡ Венера Полюдованың, Венера Сәлимгәрәеваның һәм Лариса Зарипованың башлыҡ, бейәләй, кейем һәм паннолары ҡунаҡтарҙың һәм һатып алыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Иҫке гәзит һәм ҡағыҙҙарҙан Наталья Дьяконова бынамын тигән вазалар һәм кәрзиндәр үргән. Ольга Пайдиеваның милли ҡурсаҡтары, Ольга Попкованың еҫле сувенир һабындары, Регина Бәҙретдинованың сувенир прәниктәре бөрөләрҙең өҫтәленә йәм өҫтәне. Шуныһы ҡыуаныслы, иң йәш һөнәрсебеҙ – ҡала лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Дмитрий Макеров «Йәш һөнәрсе-2019» номинацияһында беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Бөрөләр тарафынан “Башҡорт шәле-2019” конкурсына 10 шәл тәҡтим ителде. Улар араһында етендән, һарыҡ йөнөнән, дебет, тулҡын-тулҡын итеп, букле техникаһы менән бәйләнгән шәл һәм башҡа төрҙәре булды. Профессионализм, халыҡ традицияларын һаҡлау, үҫтереү кеүек номинацияларҙа Рәйлә Алламоратова, Альбина Нафиҡова, Гөлфинә Зарипова лауреат булды. Шулай уҡ бөрөләрҙең «Башҡорт шәленең реклама ролигы» яҡшыларҙан һаналып, был номинацияла икенсе урын яуланы. Рәзилә Ғарифуллина етәкселегендәге “Ебәк юлы” туҡыма туҡыу үҙәге оҫталарының туҡыма шәле иһә Гран-приға лайыҡ булды.
Сара барышында «Һөнәр мәктәбе»ендә Зенфира Ғәзизова туҡыма шәл бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтте. Сәрүәр Сурина Бөрө шәлдәренең былтырғыға ҡарағанда күпкә юғары оҫталыҡ менән туҡылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алһа, Рәзилә Ғарифуллина: “Беҙҙең шәлдәрҙә башҡорт, татар, мари, рус халыҡтарының берҙәмлеге, ойошҡанлығы сағыла”, – тине.
Ғәлиә ҒӘНИЕВА.
Читайте нас: