Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
21 Декабря 2019, 18:50

Иң яҡшылар рәтендә — Солтанбәк ҡыҙы!

Динә Исламова Өфөлә беренсе тапҡыр үткән республиканың ирекмән йәштәр форумында ҡатнаша. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Башҡорт дәүләт медицина университетында беренсе тапҡыр «Ҡотҡарыусы ирекмәндәр лигаһы» республиканың ирекмән йәштәр форумы үтә. Мәртәбәле сарала райондашыбыҙ, Солтанбәк ауылы ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университетының биология-химия факультетында белем алыусы Динә Исламова ла ҡатнаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был тырыш, егәрле ҡыҙ мәктәптә уҡыған сағында ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашып, “Башҡортостан Республикаһының 100 иң яҡшы ирекмәне” белешмә-методик китабына ингәйне! Ошо китапҡа ингән 100 иң яҡшы ирекмәнде нәҡ ошо йәштәр форумында тәбрикләп, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшыралар. Лайыҡлы бүләкте райондашыбыҙ ҙа ала. Динә Исламованы ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Динә лә форумда ҡатнашыусы башҡа ирекмәндәр менән интерактив майҙандарҙа янғын һүндереүсе, беренсе ярҙам күрһәтеүсе ролен башҡара.

Йәштәр ҡаза күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтеү, яраларҙы бәйләү, ҡан күп юғатлҡанда жгут һалыу, ауыртыуҙы еңеләйтеү ысулдарын белеү таһыллығын күрһәтә.

Медицина университеты янындағы майҙанда ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы махсус палаткалар ҡора. Форумда ҡатнашыусылар ҡеүәтле янғын һүндереү техникаһының мөмкинлектәре менән дә таныша.

Наилә Имаева.



Читайте нас