Уҡыу алдынғыһы булған малай төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, үҙенең белемен һынай. Ул “Беҙҙең тарих” йәштәр проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсында Советтар Союзы Геройы П.Г. Корочкинға бағышлап шиғыр уҡып, “Поэтик әҫәр” номинацияһында дипломант була, Әлгизгә иҫтәлекле бүләк тапшырыла.
Тырыш малай математика, рус теле буйынса ла бәйгеләрҙә ҡатнаша.