Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Декабрь 2019, 16:45

Тырыштар Мәскәүгә бара

Илебеҙҙең төп Шыршы байрамында ҡатнашыу бәхете Мишкә районынан быйыл Регина Ҡорбановаға тейҙе.

Регина Мишкә 2-се урта мәктәбенең 7-се класында уҡый. Тырыш ҡыҙ бар яҡтан да уңған. Ул уҡыу алдынғыһы, төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәр, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Күп һанлы грамоталар һәм дипломдар Регинаның уңыштары тураһында һөйләй. Класташтарына һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, ошо һыҙаты өсөн уны дуҫтары ихтирам итә. Рус, башҡорт теле, биология дәрестәрен үҙ итә. «Мәскәү ҡалаһына барыу – минең өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге. Мөғжизәгә ышанығыҙ!» — тип йылмая Регина.
Лилия Хәсәнова.
Читайте нас: