Уны районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Зиннур — йырсы, “Ынйылар” вокаль ансамбле солисы. Йырға һәләт уға нәҫелдән килә. Атаһы Раушан да, өләсәһе лә районда үткән бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай.
Зиннур һуңғы ике йылда байтаҡ уңыштарға иреште. Уҙған йылда Ҡазанда үткәрелгән “Ҡазандың салауат күпере” халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсында 1-се дәрәжә лауреат исемен яуланы. Быйыл ул “Талант ҡанаттарында” халыҡ-ара фестиваль-конкурсында — 2-се, “Башҡортостан таланттары” 5-се Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында — 3-сө, “Яҙғы тамсы” республика йәш һәләттәр конкурсында — 2-се, Мәскәүҙә уҙған “Ул бөйөк йылдарға баш эйәбеҙ” халыҡ-ара конкурсында — 1-се дәрәжә лауреат, “Йәйғор” республика һәм “Турғай-3” телевизион фестиваль-конкурстарында Гран-приға лайыҡ булды.