Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Декабрь 2019, 16:25

Тырыштар Мәскәүгә бара

Балтас районы Иҫке Тимкә ауылы ҡыҙы Сөмбөл Солтанғәлиева Мәскәүгә Президент шыршыһына бара

Сәнғәттә ҙур уңыштарға ирешкәне өсөн республика Башлығы стипендиаты булған Балтас районы Иҫке Тимкә ауылы ҡыҙы Сөмбөл Солтанғәлиева “Талант ҡанаттарында” проекты сиктәрендә Өфөлә үткән халыҡ-ара конкурс-фестивалдә 1-се дәрәжә лауреат исемен яуланы.
Сөмбөл Екатеринбург ҡалаһында “Урал һандуғасы” асыҡ төбәк-ара татар йыры һәм инструменталь музыка конкурсында 1-се дәрәжә лауреат булды. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рая Хәмәева етәкселегендә вокал менән шөғөлләнһә, шулай уҡ Сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Эльмира Ғайфуллинанан фортепианола уйнау серҙәренә төшөнә. Бында ла уңыштары бар. Өфөлә үткән “Музыкаль палитра” һәм “Колибри” Бөтә Рәсәй йәш пианиносылар конкурстарында 3-сө дәрәжә лауреат исемдәренә лайыҡ булды.Сөмбөлдөң ауылдан район үҙәгенә йөрөп ижад менән шөғөлләнеүенең, һәләтен эҙмә-эҙлекле үҫтереүенең һөҙөмтәһе был. Ә Мәскәүгә Президент шыршыһына барыуы — тырышлығы өсөн ҙур бүләк.
Гөлнара ШӘЙМӨХӘМӘТОВА,
Читайте нас: