Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Декабрь 2019, 11:10

Тырыштар Мәскәүгә бара

Асҡын районынан Мәскәүгә Шыршы байрамына барыу бәхете Ҡарткиҫәк урта мәктәбе уҡыусыһы Вилназ Ахуновҡа тейҙе

Асҡын районынан Мәскәүгә Шыршы байрамына барыу бәхете Ҡарткиҫәк урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Вилназ Ахуновҡа тейҙе. Яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, төрлө конкурстарҙа уңыштар ҡаҙанған егет, һис шикһеҙ, шундай дәртләндереү сараһына лайыҡ.
Спорт ярыштарында ла призлы урындар яулаған Вилназ «Урал батыр» эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәр район бәйгеһе еңеүсеһе лә. Сағыу һәм ҡыйыу, интонациялы тауышы, һөйләй белеүе, тасуирилығы менән айырылып торғайны уның сығышы. Телһөйәр егет “Йәнтөйәк” гәзите ойошторған “Башҡортса уҡырға яратам” конкурсында ла уҡыусылар араһында иң күп тауыш йыйып, беренсе урынға лайыҡ булды. Вилназды илдең баш ҡалаһында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, яңы дуҫтар, мөғжизәле тамашалар көтә.
Читайте нас: