Солтанбәк урта мәктәбе уҡыусылары өсөн бөгөнгө көн айырыуса иҫтәлекле булды, — тип хәбәр итте директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Розалия Факкарова. — Уҡыусыларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотларға район Советы депутаты, "Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәтенең Асҡын юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Рафаил Әхмәҙиев килде. Тантаналы линейкала Рафаил Мәүлитйән улы барлыҡ уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Уҡыуҙа, спортта, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы Гөлнур Рәхимйәноваға, Элиза Рәхимйәноваға, Гөлназ Суфияноваға ул Яңы йыл бүләге әҙерләп алып килгәйне. Әлбиттә, ҡыҙҙар өсөн был, бер яҡтан, көтөлмәгән бүләк , ә икенсе яҡтан, тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға, әүҙемерәк булырға яҡшы стимул да булды. Әйткәндәй, Рафаил Мәүлитйән улы Солтанбәктә балалар баҡсаһына ла инеп, кескәйҙәргә күстәнәстәр тарата. Артабан Сураш мәктәбе коллективы менән осрашып, уҡыусыларҙы ҡотлап, иң тырыш һәм әүҙемдәргә шундай уҡ көтөлмәгән бүләк яһай. Осрашыу ваҡытында ауыл халҡы һәм уҡытыусылар менән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер ҙә алышалар. Район Советы депутатын ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Шәрәфетдинов оҙатып йөрөй.