“Ҡыҙ урлау” комедияһының иң комик характеры, комик ситуацияға ойотҡо һалып ебәргән Әжмәғол ролен Вадим Фәүзетдинов ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Шаян холоҡло, маҡтансыҡ, теле менән берҙе биш итеп һөйләргә яратыуы арҡаһында саҡ үҙенең ҡатынынан ҡолаҡ ҡаҡмай. Үҙе арттырып һөйләп йөрөгән ҡыҙ урлау тарихы дәртле, ут егеттәр арҡаһында ысын мәғәнәһендә тормошҡа аша. Уның һүҙен үҙе кеүек ҡупырыш егет Ҡотләхмәт (Илһам Ғәләүетдинов) үҙ итеп, буласаҡ ҡайныһының “тарихын” ҡабатламаҡсы булып, хурлыҡҡа ҡала. Ҡыҙыҡлы мажара ҡороуҙа ярҙам иткән тол ир Дәүләтбай (Рөстәм Ҡазыханов) менән ирһеҙ ҡатын Туҡтабикә (Әлфинә Мөхәмәтшина), Шөкөр (Руслан Яхин) образдары ла халыҡсан. Әйткәндәй, Йәмиләне уйнаусы (Гөлнара Сәйетова), Маһибәҙәр (Гүзәл Ғәйниәхмәтова), Мөнирә (Лүбидә Әхмәтдинова) образдарын бар тулылығында асып, барыһын да һоҡландырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллинаның Уңғанбикәһе айырыуса “уңды”! Үҙенә генә хас алымдар, хис-тойғолар менән тамашасы күңелен яуланы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы.
Ауыл әбейҙәре образдарын ҙур оҫталыҡ менән асҡан Камилә (Индира Шайморатова), Сабира (Розалия Шәйхинурова) һәм Иркәбикә (Рәйлә Ҡәйүмова) халыҡсан уйнауҙары менән хайран итте. Айырыуса бер йылылыҡ, ихласлыҡ менән асҡындарса шәп итеп уйнаны артистар!
Шулай уҡ сәхнәне биҙәү, музыкаль яҡтан байытыу, хореографик күренештәрҙең дәртле һәм йәнле булыуын тамашасы күрҙе һәм һоҡланды. Ысын мәғәнәһендә яңы күренеш, яңы асыш булды. Сәхнәне тултырып, тамашасыларҙы шатландырып, күңелдәргә йылылыҡ өҫтәп, ҡыуаныс һәм шатлыҡ бүләк итте, күптәребеҙҙе уйландырып, фәһем бирҙе, көлкөлө мажаралары менән күңелдәрҙе күтәрҙе Асҡын 2-се мәктәбенең “Ҡыҙ урлау”сылары! Афарин!
Спектаклдә береһенән-береһе сағыу образдар тыуҙырған уҡытыусыларҙың артислыҡ оҫталығы хаҡында тәбрикләү һәм йомғаҡлау сығышында Ришат Марат улы ла, район мәғариф бүлеге начальнигы, жюри рәйесе Илшат Рәшит улы ла, “Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ғафур ҡыҙы ла билдәләп, тамашаны ҡуйыусы режиссер Дилбәр Заһиҙуллинаға, музыкаль яҡтан биҙәүсе Вилена Фәтхетдиноваға, сценарий төҙөүсеһе Рәзифә Сәйәхинуроваға һәм барлыҡ артистарға рәхмәт еткереҙе.