Мәғариф учреждениелары араһында Театр йылына, республикабыҙҙың һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған үҙешмәкәр театр коллективтарының район фестиваль-конкурсы сиктәрендә Асҡын 2-се урта мәктәбе коллективы тамашасы хөкөмөнә “Ҡыҙ урлау” спектаклен сәхнәләштерҙе.
Әҫәр 1958 йылда яҙылһа ла, бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған, бөгөн дә ул тамашасы күңеленә яҡын һәм танһыҡ. Тормошсан, мажаралы, халыҡсан әҫәрҙе ҡарарға асҡындар зал тултырып килгәйне. Тамашасылар араһында район хакимиәте башлығы Ришат Дихиндың, уның урынбаҫарҙары һәм башҡа күп кенә етәкселәрҙең ултырыуы тамашаға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Һәүәҫкәр артистар башҡорт халҡының һабантуй, уйын-көлкө йолаларын бар тулылығында еткереп, үҙҙәренең халыҡсан уйнауы, милли колоритлы булыуҙары менән ысын мәғәнәһендә тамашасы һөйөүен яуланы.
Уҡытыусыларҙың артислыҡ оҫталығы хаҡында киләһе материалдарҙа уҡырһығыҙ.
Наилә Имаева.