Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Декабрь 2019, 12:25

«Ялҡындар» ярым финалға үтте

Күптән түгел Дыуан районының Мәсәғүт ауылында республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгенән Дыуан, Мәсетле, Салауат, Ҡариҙел райондарынан һигеҙ команда КВН-дың Башҡорт юниор-лигаһы фестиваленә йыйылды.

Беҙҙең райондан сираттағы ҡабат Яңы Бәрҙәш урта мәктәбенең “Ялҡын” командаһы ҡатнашты. Улар: Ринат Ғиндуллин, Камил Әкрәмов, Данил Ғүмәров, Әдилә Ғайсина, Роза Хисмәтуллина, Ленара Мостафина, Азалия Ғәйнетдинова һәм етәкселәре — башҡорт теле уҡытыусыһы Диләрә Суфиярова менән физика уҡытыусыһы Гөлназ Мөғәллимова.
Сығыштар йомғаҡтары буйынса жюри команда һәм айырым номинацияларҙа призлы урындарҙы билдәләне. Ҡариҙел командаһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, төбәк уйынында II урын яуланы. Ҡыҙҙар һәм егеттәргә Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Фестивалдә ҡатнашыусылар ярҙам өсөн мәғариф бүлегенә, район хакимиәтенә, мәктәп директоры Фәрзәнә Сафиеваға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә һәм бағыусы Илназ Хисмәтуллинға рәхмәт белдерә.
Әлеге ваҡытта Яңы Бәрҙәш командаһы “Яңы йыл мажаралары” темаһы буйынса видеоролик әҙерләй. Уны улар Өфөлә ярым финалда күрһәтәсәк, уның йомғаҡтары буйынса КВН-дың Башҡорт юниор-лигаһы чемпионы билдәләнәсәк.
Бәйгелә ҡатнашыусы ҡыҙҙарыбыҙға һәм егеттәребеҙгә артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: