Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Декабрь 2019, 17:10

Афарин, Вилдан!

Яҡташыбыҙ Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсында еңеү яулай. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Солтанбәк ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәүсе, Өфө дәүләт сәнғәт институтында профессор Иҙрис Ғәзиев класында 2-се курста белем алыусы Вилдан Абраров уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Күптән түгел Өфөлә тәүге тапҡыр ойошторолған Миләүшә Мортазина призына Беренсе Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсында ҡатнашып, рус һәм итальян телдәрендә әҫәр башҡара.
Конкурсты легендар педагог ярты быуаттан ашыу эшләгән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ойоштора. Сараға республикабыҙ, шулай уҡ Екатеринбург, Ҡазан, Магнитогорск, Силәбе, Пермь башҡарыусыларынан 100-гә яҡын ғариза килгән. Улар — мәҙәниәт һәм сәнғәт колледждарының йыр бүлектәре, «Академик йырлау» йүнәлеше буйынса музыка юғары уҡыу йорттары студенттары. Конкурс йәш төркөмдәре буйынса «Яңғыҙ йырлау» номинацияһында уҙғарыла. Яҡташыбыҙ Вилдан Абраров 2-се дәрәжә Диплом менән бүләкләнә.
Әйткәндәй, яҡташыбыҙ Яр Саллы ҡалаһында үткән “Һинең ваҡытың” Бөтә Рәсәй фестивалендә — I, ә “Иҙел" Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары фестиваль-конкурсында II урын да яулап өлгөрә.
Һәләтле райондашыбыҙҙы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар, яңы ҡаҙаныштар көтөп ҡалабыҙ!
Афарин, Вилдан!

Конкурс «Art-Сәнғәт»: Һәләтле йәштәр өсөн ижади лаборатория» проектының бер өлөшө булып тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо мәҙәни-белем биреү проекты музыка, театр, һынлы һәм хореография сәнғәте өлкәһендә талантлы йәштәргә ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттарын ғәмәлгә ашырыу барышында бойомға ашырыла.

Белешмә:
Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина (1926 йылдың 27 майында тыуған) — күренекле педагог, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР-ҙың юғары мәктәбе отличнигы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы. Өфө йыр мәктәбен ойошторған, йырсыларҙың бер нисә быуынын тәрбиәләгән шәхес. Улар иҫәбендә — Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Илфак Смаков, Сажиҙә Ғәлимова, Нажиә Аллаярова, Радик Гәрәев, Флүрә Ноғоманова, Зөһрә Байбурина, Салауат Асҡаров, Раил Көсөков, Владимир Белов, Хәмит Ишбулдин, Әлфиә Кәримова, Иҙрис Ғәзиев, Bәхит Хызыров, Владимир Копытов, Дилара Иҙрисова, Әлим Ҡәйүмов, Иҙел Аралбаев һәм башҡалар.
Наилә Имаева.
Читайте нас: