Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Декабрь 2019, 20:25

Яҡташ рәссам менән осрашыу

Уҡыусылар күренекле яҡташыбыҙ Федор Кащеевтың күргәҙмәһенән рухланып, илһамланып, ғорурланып ҡайта.

Асҡын 1-се мәктәбенең IIIА класы уҡыусылары уҡытыусылары Флидә Талипова менән Федор Александрович Кащеевтың күргәҙмәһен ҡарарға “Мельница” Балалар ижады үҙәгенә килә. Флидә Ғәли ҡыҙы алдан балаларға күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостан Республикаһының Ғ. Сәләм премияһы лауреаты, СССР Рәссамдар союзы ағзаһы Федор Александровичтың тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләй. Шуға ла уҡыусылар күргәҙмәләге һәр картинаны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап, рәссамдың оҫталығына таң ҡалып йөрөй. Яҡташыбыҙ менән осрашыу, аралашыу мөмкинлеге барлығын белгәс, балалар шатлығыеың сиге булмай. Улар Федор Александровичты оло юбилейы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерә, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә. Әңгәмә йәнле бара. Осрашыу аҙағында балалар бөйөк рәссам менән иҫтәлеккә фотоға төшә.

Күренекле яҡташыбыҙ менән осрашыу, уның бөтә илгә танылған картиналарын ҡарау, фекер алышыу уҡыусылар күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдыра. Районыбыҙҙан сыҡҡан шундай оҫта, танылған, тыуған еренең ысын патриоты булған рәссамды күреп, аралашыу балалар күңелендә йылы, сағыу хәтирә булып һаҡланыр.

Афарин, өсөнсөләр!

Читайте нас: