Районыбыҙҙа һәләтле, рухлы, илһөйәр йәштәрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Улар ситтә уҡығанда ла һынатмай, уңыштары тураһында ишетеп ғорурланып һәм ҡыуанып торабыҙ. Һүҙем шундай егеттәрҙең береһе - Динис Муллаяров тураһында.
Динис Асҡын ауылында йәшәүсе Гөлназ һәм Нәфис Муллаяровтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән теремек, отҡор, егәрле була. 2015 йылда Асҡын 1-се мәктәбен тик “5”ле билдәләренә тамамлап, Санкт-Петербург дизайн һәм сәнәғәт технологияһы дәүләт университетының Энергетика һәм технологиялар юғары мәктәбенә уҡырға инә. Быйыл йәй уҡыу йортон уңышлы тамамлап, инженер-энергетик белгеслеген алып сыға.
Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында Динистың һәм башҡа шундай рухлы йәштәребеҙҙең башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухын һаҡлау өсөн нисек итеп янып-көйөп эшләүе хаҡында “Йәнтөйәк” гәзитенең 6 декабрҙә донъя күрәсәк һанында уҡый алаһығыҙ.