Барыһы 11 проект тәҡдим ителде.
Асҡын 2-се мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Азамат Нафиҡов “Асҡын кимәлендә сүп-сар реформаһы” тигән проектын яҡланы. Тырыш егет уҡытыусыһы Фәридә Хөснийәрова етәкселегендә “Сүп-сар реформаһы”н өйрәнеп, ыңғай һәм кире яҡтарын анализлап, бер нисә тапҡыр анкета тултырып, халыҡтың фекерен белгән һәм етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған. Азамат районыбыҙ кимәлендә ошо реформаны камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Азаматтың проекты I урынға лайыҡ булды.
Ҡарткиҫәк мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары Самат Ғарифуллин менән Вилдан Харисов та бик ҡыйыу, ышаныслы сығыш яһаны. Самат “Ауыл ерендә умартасылыҡты үҫтереү”, ә Вилдан “Автосервис асыу” темаларын өйрәнеп, проект төҙөп, уны яҡланы. Егеттәр икеһе лә II урын яуланы.
Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжы студенттары ла проекттар конвейырында әүҙем ҡатнашты. Илшат Ҡазыханов “Һөт ризыҡтарын етештереү заводын асыу”, ә Раушания Ҡасалыева “Спорт инвентарын прокатҡа биреү пунктын асыу” буйынса проект әҙерләп яҡланы.
Ҡышлауйылға мәктәбе уҡыусыһы Дилбәр Латыпова үҙе йәшәгән төбәктә экскурсия турҙары ойошторорға теләй. Ҡыйыу ҡыҙҙың аныҡ ҡына тәҡдимдәре, был йүнәлеште үҫтереү буйынса күҙаллауҙары, пландары ла бар. Был егет һәм ҡыҙҙар III урынға лайыҡ булды.
Жюри ағзалары — билдәле спикерҙар уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлап, баһалап, уны тормошҡа ашырыу өсөн нимәләр эшләргә, кемгә һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатып, дәүләт ярҙамы турыһында ла һөйләп, кәңәштәрен бирҙе, үҙ фекерҙәре менән бүлеште.