Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Ноябрь 2019, 16:00

Афарин, Элина!

Эльвира Вәлиева етәкселегендәге “Йәйғор” өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле солисткаһы Элина Шайнурова Өфөлә үткән I Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында ҡатнашып, III дәрәжә дипломант була. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Элина Шайнурова Асҡын 1-се мәктәбенең 5А класында белем ала. Һәләтле ҡыҙ ике йыл элек тә Салауат ҡалаһында бейеү буйынса үткән республика конкурсында уңышлы сығыш яһағайны.
Өфөлә үткән Халыҡ-ара бәйгегә Элина етәксеһе, әсәһе Эльвира Мулланур ҡыҙы менән “Ҡыҙыл тауис ҡошо” тигән бейеү әҙерләй.Конкурста 50 коллектив һәм 30-ҙан артыҡ яңғыҙ бейеүсе ҡатнаша. Элинаның сығышын жюри ағзалары юғары баһалай. Мәртәбәле конкурсҡа бейеүсе ҡыҙҙы яҡшы әҙерләгәне өсөн Эльвира Мулланур ҡыҙын да Рәхмәт хаты менән бүләкләйҙәр.
Элина ата-әсәһенә оҡшап йырларға ла ярата. Районда үткән төрлө мәҙәни сараларҙа бейеп кенә ҡалмай, моңло тауышы менән дә тамашасыларҙы һөйөндөрә. Элинаға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас: