Йәнтөйәк
+24 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Ноябрь 2019, 17:00

Афарин, Ильяс!

Тәтешле районы ҡурайсыһы, хәҙер инде республикала билдәле “Ирәкте” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Айнур Ҡыямов хаҡында гәзитебеҙҙә яҙғаныбыҙ бар. Ул беҙҙе төрлө конкурстарҙағы уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Айнур шулай уҡ төбәк балаларын да ҡурайҙа уйнарға өйрәтә. Уның ансамблендә даими рәүештә уҡыусылары алышына бара: балалар үҫеп тора, сәнғәт уҡыу йорттарына юллана тора.

Әле бына Айнур Ҡыямов Асҡын районында йәшәгән уҡыусыһы Ильяс Хәйруллин тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Ул “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсына әҙерләнә. Малай мәшһүр әҫәрҙән өҙөктө 7 телдә башҡара һәм үҙ сығышын ҡурай моңо менән дә биҙәр өсөн Айнур Ҡыямовҡа мөрәжәғәт иткән. Ильяс ҡурайҙа уйнарға өйрәнер өсөн атаһы менән Үрге Тәтешлегә килеп йөрөй икән. Дүрт дәрес эсендә ул “Азамат” башҡорт халыҡ көйөн башҡара ла башлаған.
- Шул тиклем һәләтле бала. Мин уға ихластан уңыштар теләйем. Бына әле Ҡариҙелгә юлым төштө лә, инеп Ильястың хәлен белешеп сыҡтым. Ул ҡурайын ҡулынан да төшөрмәй! Ильясты шулай уҡ ҡумыҙҙа ла уйнарға өйрәтәм, – ти Айнур.
Фото Айнур Ҡыямовтың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәһенән алынды.
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас: