Динә Солтанбәк ауылында йәшәүсе Зилә һәм Ғәлинур Исламовтар ғаиләһендә өлкән бала. Бәләкәйҙән бик теремек, зирәк, әүҙем була. Ике ҡустыһын ҡарашыуҙа ла ата-әсәһенә төп ярҙамсы була. Быйыл Динә урта мәктәпте уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының биология-химия факультетына уҡырға инә. Киләсәктә химик булырға хыяллана. Егәрле ҡыҙ юғары уҡыу йортонда ла ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып, күп кенә изге эштәр башҡарырға өлгөрә. Ойоштороу һәләтенә эйә Динәне төркөмдәренә староста итеп тә һайлап ҡуялар. Райондашыбыҙҙы декабрҙә үтәсәк иң яҡшы ирекмәндәрҙе тәбрикләү сараһына ла саҡырғандар. Афарин, Динә! Артабан да шулай әүҙем, рухлы, өлгөр, тырыш булып, Асҡыныбыҙҙы данлап йөрө! Уңыштар теләйбеҙ һиңә, Динә! Һайлаған һөнәреңдә лә үҙеңде табып, һөйөнөп йәшәргә яҙһын!