Угинде — мариҙарҙың милли йола байрамы, төп идеяһы — яңы уңыш өсөн аллаларға рәхмәт әйтеү, ғаиләңде киләсәктә икмәк менән тәьмин итергә, имен йәшәргә, ризыҡҡа туйындырырға һүҙ биреү.
Боронғо риүәйәттәр буйынса мариҙар ҡамырҙан булған баһадир — Нәнсек батыр тоҡомдары. Элек был байрамды бик яратып, көтөп алғандар. Уны уңышты йыйғандан һуң билдәләгәндәр. Байрамға төрлө ашамлыҡтар әҙерләгәндәр, ләкин төп ризыҡ икмәк булған. Сараға тиклем өйҙө һәм йортто тәртипкә килтергәндәр, мунса яҡҡандар, ҡунаҡ саҡырғандар.
Коллективтың сығышын Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Н. Тулыбаева, үҙәктең мәғлүмәт-аналитика һәм методик эшмәкәрлек бүлегенең клуб эше методикаһы буйынса әйҙәүсе белгесе З. Мәһәҙиева ҡатнашлығындағы күсмә комиссия баһаланы. Шулай уҡ район Мәҙәниәт һарайы директоры А. Ханов, уның мәҙәни-ял итеү эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Р. Плотников, методик бүлек мөдире Р. Сәмиева, мәғлүмәт-аналитика эше буйынса методист А. Ғәлимова ла байрам ҡунаҡтары булды.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән килгән ҡунаҡтар мари бейеүҙәренә, йырҙарына хайран ҡалды, мәҙәни учреждение коллективының үҙ эштәренә бар күңел йылыһын, тырышлығын һалыуын билдәләне. Ҡунаҡтар үҙешсән сәнғәт коллективына һәм урындағы халыҡҡа мари милли мәҙәниәтен, традицияларын һәм телен һаҡлағанға рәхмәт әйтте. Улар күрһәтелгәндең уйын ғына түгел, ә ысынбарлыҡта шулай йәшәгәндәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Хәҙер Йылыш ауыл клубы өсөн янып-көйәбеҙ һәм йомғаҡлау һөҙөмтәләрен көтәбеҙ.